

Уларҙа 19 мең ойошма, 123 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, 1,8 мең берәмек махсус техника йәлеп ителгән.
Өфө, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Күмертау ҡалаһында һәм Шишмә районында ҡатнашыусылар һаны буйынса иң әүҙем муниципалитеттар булған.
Өмәләрҙә сүп-сарҙы йыйыу һәм сығарыу, юл буйҙарын таҙартыу, биләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса эштәр башҡарылған.
Муниципалитеттар был эште аҙналыҡ таҙалыҡ көндәре сиктәрендә дауам итәсәк, 25 апрелдә Бөтә Рәсәй өмәһе үтәсәк.
Бынан тыш, 18 апрелдә республикала «Йәшел Башҡортостан» акцияһының берҙәм көнө үтте, унда ҡатнашыусылар 2 меңдән ашыу ҙур ағастар һәм 84 мең башҡа төр үҫентеләр ултыртҡан.