

Ремонт өсөн объекттар исемлегенә 54 участка индерелгән, уларҙың күпселеге — мәктәптәргә, лицейҙарға һәм балалар баҡсаларына инеү урындары. Шулай уҡ исемлеккә Чкалов урамындағы Төньяҡ-Затон зыяратына инеү урыны һәм башҡа объекттар бар. Эштәр ҡала ҡаҙнаһынан финанслана. Ремонт эштәре 25 авгусҡа тиклем тамамланырға тейеш.
2025 йылдан Өфөлә мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына барыусы юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса «Белемгә юл» проекты башланды һәм дауам итә.
Быйыл апрелдән шулай уҡ, квартал-ара үткәүелдәрҙе ремонтлау буйынса «Өйгә юл» программаһы башланды. Уның буйынса 80-дән ашыу участканы ремонтлау планлаштырыла, эштәргә 200 миллион һумға тиклем аҡса бүленә. Дөйөм алғанда программа бер нисә йылға иҫәпләнгән.