Төҙөкләндереү
30 Апреля , 11:55

Милли проекттар буйынса тәүге йомғаҡтар

Башҡортостан Хөкүмәтендә милли проекттар буйынса 2026 йылдың беренсе кварталына яҡынса йомғаҡ яһалды. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Милли проекттар буйынса тәүге йомғаҡтарМилли проекттар буйынса тәүге йомғаҡтар
Милли проекттар буйынса тәүге йомғаҡтар

БР Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итеүенсә, быйыл милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 33,1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Шуның 27,2 миллиард һумы — федераль бюджеттан бүленгән.

"Йыл башынан Ҡалтасы һәм Туймазы райондарында ике күпер асылды. 36 мәктәп, 6 балалар баҡсаһы һәм 6 колледж капиталь ремонтлана башланы", - тине Андрей Назаров.

Йыл аҙағына тиклем тағы 8 коммуналь һәм юл инфраструктураһы объектын файҙаланыуға тапшырыу, 152 йәмәғәт биләмәһен тәртипкә килтереү, республиканың бәләкәй ҡалаларында уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе 8 проект буйынса эштәрҙе тамамлау күҙаллана.

Бынан тыш, 42 инфраструктура объектын яңыртырға кәрәк.

Шулай уҡ ҡорамалдар менән йыһазландырыу ҙа мөһим. Ул 879 мәктәпкә, 21 мәҙәниәт учреждениеһына һәм 8 медицина ойошмаһына киләсәк.

Етәкселәргә контракттар төҙөүҙе тиҙләтергә һәм эштәр ваҡытында үтәлергә тейеш. 2026 йылға планлаштырылған бөтә эштәргә өлгәшеү мотлаҡ», — тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас