

Балалар баҡсаларына ремонт «Ғаиләгә ярҙам» төбәк проекты һәм «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә үткәрелә. Андрей Назаров һүҙҙәренсә, бындай ремонт беҙҙең балаларыбыҙ һәм улар менән көн һайын эшләүселәр өсөн бик мөһим.
Мәҫәлән, Өфөлә әле 218-се балалар баҡсаһы ремонтлана, Сибайҙа «Светлячка» балар баҡсаһы капиталь ремонтлана.
Унда ҡыйыҡ, иҙән, тәҙрә, ишектәр алмаштырыла, фасад, инженер селтәрҙәре яңыртыла, инеү төркөмдәре үҙгәртелә. Биләмәләр тәртипкә килтереләсәк. Ремонттан һуң улар заманса һәм хәүефһеҙ буласаҡ.
Федераль финанс ярҙамында һуңғы дүрт йылда Башҡортостанда 181 мәктәп бинаһы ремонтланған. Шул арҡалы 72 меңдән ашыу бала хәҙер заманса шарттарҙа белем ала.
2026 йылда капиталь ремонт 41 мәктәптә, 6 колледжда һәм 6 балалар баҡсаһында үтәсәк.
"Башҡортостанда балалар лайыҡлы шарттарҙа үҫергә, уҡырға һәм үҫешергә тейеш", - тип һанай Андрей Назаров.