Авария хәлендәге торлаҡтан күсереүгә 900 миллион һум бүленә

Башҡортостан авария хәлендәге торлаҡтан күсереүҙең өсөнсө этабын тормошҡа ашырыуға 899,9 миллион һум аласаҡ. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Авария хәлендәге торлаҡтан күсереүгә 900 миллион һум бүленәАвария хәлендәге торлаҡтан күсереүгә 900 миллион һум бүленә
Авария хәлендәге торлаҡтан күсереүгә 900 миллион һум бүленә

Аҡсаны «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә федераль үҙәк бирә, тип хәбәр итте республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.

"Өсөнсө этап сиктәрендә 2026-2027 йылдарҙа майҙаны 13,2 мең квадрат метрлыҡ 31 күп фатирлы йортто күсереү планлаштырыла», — тине А. Ковшов.

Ике йыл эсендә яңы йорттарға 11 муниципалитеттан — Баҡалы, Бәләбәй, Белорет, Благовещен, Бөрө, Дүртөйлө, Ишембай, Краснокама, Учалы, Шишмә райондарынан һәм Нефтекама ҡалаһынан 810 кешене күсереү планлаштырыла.

Иҫке йорттарҙы һүтеүгә һәм күсереүгә субсидиялар килешеү буйынса муниципаль бюджеттарға күсереләсәк. Артабан райондар һәм ҡала күскенселәр өсөн яңы фатирҙар төҙөү һәм һатып алыу буйынса аукциондар үткәрә.

2026 йылдың мартында граждандарҙы иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса республиканың адреслы программаһына төҙәтмәләр индерелгән. 2024-2030 йылдарға исемлеккә бөтәһе 37 районда һәм ҡалала майҙаны 183 мең квадрат метрлыҡ 489 күп фатирлы йорт индерелгән.

Бөгөнгө көнгә программаның өсөнсө этабына тиклемге саралар финансланған, йәғни 2024 йылдан 2027 йылға тиклем.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас