

Төҙөлөш эштәре ағымдағы йылдың 10 апреленән башланған. Спорт залы төҙөлөшөн предприятие партнеры — Рус баҡыр компанияһының Хәйриә фонды финанслаясаҡ. Тап ошо маҡсаттан сығып район хакимиәтендә партнерҙар подряд ойошмаһы менән өс яҡлы килешеү төҙөнө. Документҡа ҡул ҡуйыу тантанаһында район башлығы Айрат Әминев, Хәйриә фонды етәксеһе Мария Горшкова һәм «Урал төҙөлөш идаралығы» подряд ойошмаһы директоры Станислав Тарасюк ҡатнашты.
— Бөгөн Рус баҡыр компанияһының Хәйриә фонды һәм подрядсылар менән өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Хәҙер беҙ Михайловкала яңы спорт залы төҙөләсәк тип ышаныслы әйтә алабыҙ, — тине Айрат Зиннәт улы. Район башлығы Әбйәлилдең социаль тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, мөһим проекттарға булышлыҡ иткән инвесторҙарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
— Спорт залын төҙөү буйынса яуаплылыҡты үҙегеҙгә алыуығыҙ һеҙҙең Әбйәлилгә битараф түгеллекте дәлилләй. Михайловка урта мәктәбе 1963 йылдан эшләй. 2014 йылда бында ремонт башҡарылды. Ләкин һыу йыуыуы арҡаһында спорт залының нигеҙе ҡаҡшап, авариялы хәлдә тип ябылғаны бирле, балаларға шөғөлләнергә урын юҡ. Бөгөн мәктәптә 292 бала уҡый. Уҡыусылар самбо һәм дзюдо менән шөғөлләнеү өсөн Магнитогорскиға йәки Асҡарға йөрөргә мәжбүр. Яңы объект менән бергә беҙ балаларҙың сәләмәт, көслө киләсәген дә төҙөйбөҙ, — тине ул.
Был мөһим ваҡиғаға район хакимиәтенең бөтә етәкселек аппараты шаһит булды. Документҡа ҡул ҡуйыусы яҡтарҙы «Салауат» компанияһы генераль директоры Т. Т. Бәхтегәрәйев тәбрикләне, партнерҙарҙың емешле хеҙмәттәшлегенең һөҙөмтәһе булып Михайловкалағы спорт залы билдәләнгән ваҡытта һәм тейешле сифатта тормош-ҡа ашырыласағына ышаныс белдерҙе.
— Беҙ предприятиены ғына түгел, ә тотош төбәкте үҫтереүҙе маҡсат итәбеҙ. Айырыуса спортҡа һәм балаларға ҙур иғтибар бүләбеҙ. Был Әбйәлил районында эшләй башлағандан алып барған маҡсатлы йүнәлешебеҙ. Әлеге ваҡиға район һәм республиканың сәскә атыуына булышлыҡ итеүсе тағы бер аҙым буласаҡ, — тине Таһир Тимербай улы.
***
Артабан сара Михайловкала дауам итте. Төҙөлөш майҙанында буласаҡ спорт залына тәүге нигеҙ ташы һәм киләһе быуындар өсөн хат һалыу тантанаһы үтте. Таш аҫтындағы ваҡыт капсулаһы 20 йылдан асыласаҡ.


Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы уҡытыусылар коллективы, уҡыусылар һәм ата-әсәләр бик йылы ҡаршы алды. Район башлығы А. З. Әминев тантаналы сараға йыйылыусыларҙы сәләмләп, әле генә район хакимиәтендә Михайловка халҡының тормош сифатын яҡшыртыуҙы маҡсат иткән документҡа ҡул ҡуйыуҙарын хәбәр итте.
— Республика Башлығы менән Тура бәйләнештә нәҡ һеҙҙең мөрәжәғәтте ишетеүҙәре Әбйәлил районы өсөн оло шатлыҡ. Бөгөн бында төҙөлөш эштәре бара ла инде. Ауылдың административ үҙәгендә ҡалҡып сығасаҡ яңы бина тирә-йүнгә йәм биреп, бөтәһен дә үҙенә тартып торасаҡ. Ул мәктәп уҡыусыларын ғына түгел, йәштәрҙе, спорт менән шөғөлләнергә теләүсе төрлө быуын кешеләрен һыйындырыр урын булыр, тип өмөт итәм. Бында көндөҙ балалар өсөн дәрестәр үтһә, кистәрен ауыл халҡы волейбол уйнарға йыйылыр тип күҙ алдына килтерәм. Объект 1 сентябргә файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Буранғол мәктәбенең интернатын капиталь ремонтлаған, «Ирәндек» лагерында спорт майҙансығы төҙөгән һәм беҙҙең ышанысты аҡлаған яуаплы подряд ойошмаһы эштәрҙе планға ярашлы алып бара. Шуға күрә Белем көнөндә яңы уҡыу йылына башланғыс биреү менән бергә спорт залын да асырыбыҙға шигем юҡ. Уға тиклем беҙ ауыл үҙәген тәртипкә килтерәсәкбеҙ. Михайловка ауылында күҙгә күренерлек ҙур үҙгәрештәр көтөлә, — тине Айрат Зиннәт улы.
Һүҙ ҡунаҡтарға ла бирелде.
— Фонд балалар, йәштәр һәм профессиональ спортты үҫтереүгә әүҙем булышлыҡ итә. Беҙҙең маҡсат — теләгән һәр кем спорт менән шөғөлләнә алһын өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Тормошҡа ашырылыусы яңы проектыбыҙ ҙа уңышлы булыр, спорт комплексы ме-нән урындағы халыҡ ҡыуанып файҙаланыр, тип ышанам. Рус баҡыр компанияһының был беренсе спорт объекты түгел. Был өлкәлә ҙур тәжрибәгә эйәбеҙ, — тине Мария Горшкова.
Төҙөлөш ойошмаһы етәксеһе Станислав Тарасюк буласаҡ спорт залы тураһында ентекләберәк һөйләне. Ул фойе, ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн айырым сисенеү, душ бүлмәләре, тренерҙар, хеҙмәтләндереүсе персонал өсөн кабинеттар һәм ҙур залдан торасаҡ. Комплекс бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин ителәсәк. Мат, штангалар, швед стенкаһы, гимнастика һәм дөйөм физик күнекмәләр өсөн тренажерҙар менән йыһазландырыласаҡ. Урындағы кимәлдә ярыштар үткәреү һәм физкультура буйынса мәктәп программаһын үҙләштереү өсөн шарттар тыуҙырыласаҡ.
Ауыл халҡы исеменән «Әбйәлил дәүләт сорт участкаһы» ЯСЙ-һы директоры С. Б. Гусев оҙаҡ йылдар зар илағандан һуң, ниһайәт, сетерекле мәсьәләнең ыңғай хәл ителеше өсөн рәхмәт әйтте. Меценат, шәхси эшҡыуар Г. С. Әминева иҫ киткес ҡыуаныслы ваҡиғаның тыуған ауылында булыуына сикһеҙ шат булыуын белдерҙе. «Иң яҡшы ғәмәлдәр, балалар, һеҙҙең өсөн — беҙҙең киләсәк өсөн эшләнә. Яҡшы уҡығыҙ, спортты юлдаш итегеҙ. Ауылыбыҙҙан билдәле спортсылар үҫеп сыҡһын, иң юғары ҡаҙаныштар Михайловка уҡыусыларыныҡы булһын!» — тине ул.
Традиция буйынса төҙөлөшкә старт биреп тәүге нигеҙ ташы һәм киләсәк быуындарға сәләм итеп ваҡыт капсулаһы һалыу йолаһы атҡарылды. Талап ителгәнсә хәүефһеҙлек техникаһы күҙәтелде. Төҙөлөш майҙаны дөйөм хәүефһеҙлек маҡсатында тулыһынса кәртәләп алынған һәм тантаналы сара ваҡытында ла эш туҡтаманы. Төҙөүселәр буласаҡ бинаның нигеҙен әҙерләп бөтөү өҫтөндә. Унан һуң тимер конструкцияларҙан диуарҙар ҡороласаҡ.
Тәүге ташҡа «2026 йылдың 8 майында Михайловка ауылында физкультура залы төҙөлөшө башланыуы хөрмәтенә ваҡыт капсулаһы һалынды. 2046 йылдың декабрендә асырға» тигән иҫтәлекле алтаҡта беркетелде. 20 йылға алға китеп, киләсәккә яҙып ҡалдырылған хатты асып уҡыясаҡ быуын, һис шикһеҙ, бөгөнгө изге эштәрҙе ыңғай баһалар, ауыл күрке һәм ғорурлығы булған спорт комплексы өсөн рәхмәт әйтер, тип уйлайым.