Эре инфраструктура проекттары тикшерелде

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән сираттағы «Транспорт сәғәте»ндә төбәктең транспорт инфраструктураһын яңыртыу мәсьәләһе ҡаралды.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Эре инфраструктура проекттары тикшерелдеЭре инфраструктура проекттары тикшерелде
Эре инфраструктура проекттары тикшерелде

Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова быйыл төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдарҙы ремонтлау пландары тураһында хәбәр итте. Дөйөм оҙонлоғо 570 км булған юл участкаларын һәм 23 күперҙе тәртипкә килтерергә кәрәк.

Республиканың юл селтәрен төҙөүгә, ремонтлауға һәм тотоуға 44,7 миллиард һум, шул иҫәптән федераль бюджеттан 7,2 миллиард һум йүнәлтеләсәк. «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса автомобиль юлдарын яңыртыуға 8 миллиард һум самаһы аҡса һалынған. Уның буйынса 200 саҡрым самаһы юлдарҙы ремонтлау ҡаралған.

«Транспорт сәғәте»ндә шулай уҡ Өфөнөң урам селтәрен үҫтереү планы ҡаралды. 2026 йылда тамамларға планлаштырылған иң ҙур инфраструктура объекттары – Пугачев урамын реконструкциялау һәм уны Галле урамы менән тоташтырыусы Көнсығыш сығыу юлының икенсе сиратын төҙөү. Бынан тыш, йыл аҙағына тиклем 800 метр оҙонлоҡтағы Эшсе хәбәрселәр урамы участкаһын реконструкциялау планлаштырыла.

Баш ҡаланың тарихи үҙәгендә төҙөүселәр Цюрупанан Новомостоваяға тиклемге участкала Октябрь Революцияһы урамын реконструкциялауға тотона. Шулай уҡ быйыл Совет һәм Ленин урамдарында тротуарҙарҙы яңыртыу дауам итәсәк.

Дим районында һәм Затон-Көнсығыш биҫтәһендә яңы урамдар төҙөү буйынса проекттар тормошҡа ашырыла.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас