Төҙөкләндереү
1 Июня , 09:29

Логистик үҙәк төҙөлә

Башҡортостанда ауыл хужалығы продукцияһын күмәртәләп һатыу үҙәген төҙөү проекты 350,2 миллион һумға баһалана. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Логистик үҙәк төҙөләЛогистик үҙәк төҙөлә
Логистик үҙәк төҙөлә

Объектты Талбазы ауылында төҙөү планлаштырыла, тиелә «Рәсәйҙең инвестиция картаһы» порталында урынлаштырылған инвестиция тәҡдимендә.

Проект йыл әйләнәһенә поставкалауҙы һәм урындағы фермерҙарҙың килемен арттырыуҙы тәьмин итеүсе ауыл хужалығы продукцияһын һаҡлау һәм бүлеү өсөн заманса логистик инфраструктура булдырыуҙы күҙ уңында тота.

Инвестиция планына ярашлы Өфө — Ырымбур трассаһы янында урынлашҡан тамамланмаған төҙөлөш объектын һатып алыу, төҙөп бөтөү һәм уның базаһында ҡуртым тибындағы күмәртә-бүлеү үҙәген булдырыу планлаштырыла. Төп бинаның майҙаны 4 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә, шуның ҡуртымға яраҡлы майҙаны — 3,8 мең квадрат метр буласаҡ.

Үҙәктә ит, һөт продукцияһын, иген һәм йәшелсә культураларын һаҡлау өсөн зоналар урынлаштырырға тәҡдим ителә.

Проектты тормошҡа ашырыуҙың дөйөм ваҡыты ике йыл тип баһалана. Инвесторға бөтә рөхсәт ҡағыҙҙарын өс ай эсендә бирергә вәғәҙә итәләр. Ярҙам саралары сифатында республика хөкүмәте инвестицияларҙы яҡлау һәм дәртләндереү тураһында килешеү төҙөй йәки инвестор эҙләүҙә ярҙам итә ала.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас