

Октябрь Революцияһы урамын реконструкциялау 2022 йылда башланғайны. Проект бер нисә этапта тормошҡа ашырыла. Ул инженер селтәрҙәрен алмаштырыуҙы, юлдарҙы яңыртыуҙы, урамдарҙы яҡтыртыуҙы монтажлауҙы күҙ уңында тота. Подряд ойошмаһы вәкилдәре, планлаштырылған эштәрҙең яртыһынан ашыуы башҡарылды, тип хәбәр итте. Проектты 2027 йылда тамамларға иҫәп тоталар.
Бынан тыш, инвесторҙар ярҙамында 1880-1920 йылдарҙа төҙөлгән бер нисә бина реставрацияланасаҡ. Тәүге объекттар иҫәбендә – элек балалар баҡсаһы урынлашҡан Софронова-Янчевская йортон, шулай уҡ Демидовтар йортон тергеҙеү.
Октябрь Революцияһы урамында барлығы 70-кә яҡын мәҙәни мираҫ объекты урынлашҡан. Уларҙа ижади ойошмалар, йәмәғәт туҡланыуы учреждениелары, сувенирҙар һәм һөнәрселәрҙең эштәре тәҡдим ителәсәк кибеттәр асыу күҙаллана.
Башҡортостан Башлығы киләсәктә йәмәғәт киңлегенең мөмкинлектәрен юғары баһаланы.
– Минеңсә, был Өфө өсөн ҙур проекттарҙың береһе. Бында йәйәүлеләр өсөн урам, йәғни үҙебеҙҙең Арбат була, унда музейҙар, кафелар, башҡа объекттар барлыҡҡа киләсәк. Быйыл – Яңы түшәлгән юл урамына, ә киләһе йылда Воровский урамына тиклем араны эшләп бөтәсәкбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә. – Тағы ла бер мөһим йүнәлеш – тарихи биналарҙы тергеҙеү, уларҙың күбеһе бик насар хәлдә. Ҡалаға был йәһәттән инвесторҙар менән әүҙемерәк эшләргә кәрәк. Икенсе яҡтан, был урам мотлаҡ Өфө халҡын һәм ҡала ҡунаҡтарын йәлеп итеү урынына әйләнә. Уның буйлап үтеүе бик күңелле буласаҡ.
***
Төбәк етәксеһе шулай уҡ Ленин исемендәге паркта булды. Бында пакрты төҙөкләндереү буйынса ҙур проект тормошҡа ашырыла.
Эш планында ике фонтанды реконструкциялау, юлдарҙы яңыртыу, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары һәм бәләкәй архитектура формалары ҡуйыу ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта төҙөүселәр парктағы ағас-ҡыуаҡтарҙы, тарихи стелаларҙы һәм ҡомартҡыларҙы һаҡлап ҡала.
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү барышы менән танышты.
– Был яңы, заманса, республикала иң яҡшы парктарҙың береһе буласаҡ. Беҙ эштәрҙең байтаҡ өлөшөн финанслаған Сберға бик рәхмәтлебеҙ. Өфө халҡына ошондай бүләк өсөн рәхмәт! – тине Радий Хәбиров. – Бер нисә балалар, спорт майҙансыҡтары төҙөргә ниәтләйбеҙ. Элек физкультура дәрестәре бында үткән юғары уҡыу йорттары студенттары шөғөлләнеүен дауам итәсәк. Шулай уҡ ике кафе төҙөйбөҙ. Паркты Республика көнөндә, 11 октябрҙә, асырға ниәтләйбеҙ.