Төҙөкләндереү
5 Июня , 10:44

Асҡарҙа "Тыуған ил - Әсә саҡыра" монументы ҡуйыласаҡ

Ул "Мәңгелек ут" янында урын аласаҡ һәм уны асыу тантанаһы Рәсәй көнөндә буласаҡ

Асҡарҙа "Тыуған ил - Әсә саҡыра" монументы ҡуйыласаҡАсҡарҙа "Тыуған ил - Әсә саҡыра" монументы ҡуйыласаҡ
Асҡарҙа "Тыуған ил - Әсә саҡыра" монументы ҡуйыласаҡ

- Был әллә ҡайҙан күҙгә күренеп торған мөһабәт монументаль һәйкәл буласаҡ, бейеклеге 6 метрға етәсәк, - тип билдәләй район башлығы Айрат Әминев.

Ни өсөн тап Рәсәй көнөндә "Тыуған ил - Әсә саҡыра" монуметын ҡуйыу ҡаралған? Сөнки Тыуған илгә ҡарата булған һөйөү тап Ватан именлеге өсөн башын һалғандарҙы хәтерләүҙән башлана.

-Һәр беребеҙҙең яу яланынан ҡайта алмай ҡалған яҡындары бар. Уларҙы хәтерләү, иҫтә тотоу - беҙҙең бурыс. Тиҙҙән балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ менән бергә һәйкәл янында баҫып тороп "Был беҙҙең тарих. Был беҙҙең уртаҡ юғалтыу. Был беҙҙең ғорурлыҡ." тип әйтә аласаҡбыҙ. Был осраҡта балалар ҙа беҙҙе бер һүҙһеҙ аңлаясаҡ, - ти Айрат Зиннәт улы. 

Район башлығы монументты асыу тантанаһына бөтә битараф булмағандарҙы ҡатнашырға саҡырҙы. 

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас