

Ниһайәт, боҙ урынынан ҡуҙғалды. Дәүләт ауылы мәҙәниәт йортона инвестор табылды, ул - "Цемикс" заводы. Ойошма клуб өсөн финанс ярҙам бүлде. Әлеге мәлдә хеҙмәткәрҙәр төҙөлөш эштәрен башлаған. Клубҡа ремонт яһауҙы район хакимиәте башлығы Айрат Әминев үҙе контролдә тота.
- Төҙөлөш эштәре булыусылар менән күрештем, һөйләштем, клубта булдым. Әлегә бөтә эштәр ҙә планға ярашлы бара. Тиҙҙән клуб яңы төҫ аласаҡ, - тип яҙған ул үҙенең шәхси сәхифәһендә