

Тауыш биреү һөҙөмтәһендә 2027 йылда төҙөкләндереләсәк 152 йәмәғәт биләмәһе билдәләнгән. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителәсәк.
2026 йылда Башҡортостан бирелгән тауыштар һаны буйынса илдә икенсе урынды биләй. Тауыш биреүҙә республиканың 805 меңдән ашыу кешеһе ҡатнашҡан. Был ил буйынса тауыш биреүселәрҙең яҡынса 5 процентын тәшкил итә. Был күрһәткес буйынса беҙ Свердловск өлкәһенән генә ҡалышабыҙ, унда 832 мең кеше тауыш биргән.
БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итеүенсә, быйыл төҙөкләндереүгә бәйле тауыш биреүҙә 63 муниципалитетта 246 йәмәғәт биләмәһе тәҡдим ителгән.