Төҙөкләндереү
30 Июня , 07:11

152 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк

2027 йылда Башҡортостанда «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты буйынса 152 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү күҙаллана, ошо маҡсатта 1 миллиард һумдан ашыу федераль средстволар йүнәлтергә ниәтләйҙәр.   #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

152 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк152 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк
152 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк

Программа «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. 2019 йылдан республикала уның һөҙөмтәһендә 976 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән һәм федераль бюджеттан 8,7 миллиард һум йәлеп ителгән.

2027 йылда төҙөкләндереү йәһәтенән иң популяр объект Өфөнөң Киров районындағы Салауат Юлаев исемендәге майҙан буласаҡ, уның өсөн 40 меңдән ашыу кеше тауыш биргән. Бында йәйәүлеләр юлдарын яңыртыу, йәшелләндереү эштәре, яңы бәләкәй архитектура формалары ҡуйыу, яҡтыртыу системаһын яңыртыу һәм фонтанды ремонтлау планлаштырыла.

Икенсе урында – Өфө балалар филармонияһы алдындағы биләмә. Ул 39 меңдән ашыу тауыш йыйған.

Лидерҙар иҫәбендә шулай уҡ – Өфө районының Зубов ауылында Ҡарлы урамындағы парк, Нефтекамала Комсомол урамындағы аллея һәм Салауатта Дзержинский урамындағы аллеялар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2026 йылда программа буйынса 153 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелә. Эштәр бөтә объекттарҙа ла башланған һәм раҫланған графикка ярашлы башҡарыла.

Автор:
Читайте нас