

Михайловка мәктәбенең элекке спорт залы авария хәлендә тип танылып, уның ябылыуы һәм Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улына был мәсьәлә тураһында халыҡ мөрәжәғәт иткәндән һуң спорт залын капиталь ремонтлау буйынса йөкләмәне «Салауат» компанияһы үҙ өҫтөнә алыуы тураһында хәбәр иткәйнек.
— Спорт залына ремонт һорап ниндәй генә ишектәрҙе ҡаҡманыҡ, ниндәй генә тупһаларҙы тапаманыҡ. Был мәсьәлә менән мәктәп администрацияһы ла, беҙҙең ата-әсәләр ҙә, ауыл Советы депутаттары ла Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм спорт министрлығының төрлө учреждениеларына, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһына мөрәжәғәт итте, әммә мәсьәлә хәл ителмәне. Радий Фәрит улына видеояҙма аша мөрәжәғәт итеүебеҙгә шатбыҙ, ниһайәт, боҙ урынынан ҡуҙғалды, ҙур проектҡа нигеҙ һалынды һәм бөгөн беҙ спорт залы төҙөлөшө барышын үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп ҡыуанабыҙ. Муниципалитет башлығы Айрат Зиннәт улы Әминевҡа ла рәхмәт әйтергә теләйем, ул беҙҙең борсоған мәсьәләне билдәләгәндән һуң, хәлде үҙ контроленә алды һәм әле лә контролдә тота, уның ярҙамында беҙ республика башлығы менән бәйләнешкә сыға алдыҡ. Киләһе уҡыу йылында уҡыусыларыбыҙ спорт залында шөғөлләнәсәктәренә шигем юҡ, — ти мәктәп директоры Елена Ғилманова.
Ағымдағы йылдың 10 апреленән спорт залын төҙөү буйынса эштәр башланды. Подрядсылар 500 квадрат метр тәшкил иткән объекттың нигеҙен әҙерләне, каркасын монтажланы.
8 майҙа объект төҙөлөшө буйынса өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ошо уҡ көндө район хакимиәте башлығы Айрат Әминев, «Салауат» компанияһы директоры Таһир Бәхтегәрәйев, Рус баҡыр компанияһының Хәйриә фонды етәксеһе Мария Горшкова, «Урал төҙөлөш идаралығы» ЯСЙ-һы директоры Станислав Тарасюк һәм меценат, эшҡыуар Гөлнара Әминева нигеҙ ташына ваҡыт капсулаһын һалыуҙа ҡатнашты. Капсулаға яҙылған теләктәрҙе 20 йылдан һуң ғына уҡырға мөмкин буласаҡ.
Яңыраҡ физкультура залының төҙөлөш эштәре менән «Салауат» компанияһы директоры Таһир Бәхтегәрәйев танышты. Төҙөлөш майҙансығында Таһир Тимербай улы «Урал төҙөлөш идаралығы» ЯСЙ-һы етәксеһе Станислав Тарасюк менән осрашты.
— Буласаҡ физкультура залының майҙаны 500 квадрат метр тәшкил итәсәк. Шулай уҡ эргә-тирәләге биләмә төҙөкләндереләсәк, автомобилдәр өсөн парковка эшләү ҡаралған. Әлеге ваҡытта бригада тимер бетондан монолит нигеҙҙә бинаның стеналарын сэндвич-панелдәрҙән төҙөй, параллель рәүештә бүлмәләр араһында стеналар күтәрелә, — тип таныштырҙы эш барышы менән Станислав Владимирович.
Подрядсы һөйләүенсә, артабан витраж тәҙрәләр ҡуйыласаҡ һәм төҙөүселәр биҙәү эштәренә тотонасаҡ. Эс яҡтан спорт залының майҙаны 288 квадрат метр, бейеклеге 8 метр буласаҡ. Спорт залының иҙәненә махсус спорт өсөн тәғәйенләнгән линолеумдар, ә фойеға һәм тренер бүлмәләренә керамогранит түшәләсәк.
Спорт залын үҙ ваҡытында тапшырыу өсөн ойошма хеҙмәткәрҙәре ике сменала эшләйҙәр.
Бинала спорт залынан тыш, ял итеү зонаһы менән фойе, тренерҙар һәм спорт инвентары кабинеттары, душ бүлмәләре һәм санузел ҡаралған. Шәхси әйберҙәрҙе һәр кеше өсөн тәғәйенләнгән айырым шкафтарҙа ҡалдырырға мөмкин буласаҡ.
Шуныһы ҡыуаныслы: физкультура залында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн дә уңайлы шарттар тыуҙырыласаҡ. Бының өсөн зал бөтә кәрәкле спорт ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ.
— Был проект Әбйәлил районы өсөн генә түгел, «Салауат» компанияһы өсөн дә социаль яҡтан әһәмиәтле булып тора. Шуға күрә, беҙ мөһим эштән ситтә ҡалмайбыҙ һәм уның нисек тормошҡа ашырылыуын ентекле күҙәтәбеҙ. Шул маҡсатта мин төҙөлөш объектын барып ҡараным. Бөгөн күргәндәр, әлбиттә, ҡыуандыра: буласаҡ физкультура залында эш йылдам бара, төҙөүселәр уны ваҡытында тамамлау өсөн тырыша. Бының өсөн бөтә кәрәкле техника, ҡорамалдар бар. Эш яҡшы ойошторолған. Шулай уҡ эргә-тирәләге биләмәне төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү мәсьәләләрен дә тикшерҙек. Төҙөлөш тамамланыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, — ти Таһир Тимербай улы.
Станислав Владимирович яңы спорт объектын төҙөүҙә урындағы халыҡтың да тырышып эшләүен белдерҙе. Осрашыуҙа Таштимер ауылы биләмәһе башлығы Земфир Арғынбаев та ҡатнашты. Ул төҙөүселәрҙең ең һыҙғанып эшләүен һәм объектты төҙөгәндә урындағы халыҡтың, етәкселәрҙең фекерҙәренә ҡолаҡ һалыуҙарын билдәләп үтте.
Бөгөнгө көндә Михайловка урта мәктәбендә 200-гә яҡын уҡыусы, белем усағының филиалы булған Озерный мәктәбендә 100 тирәһе бала иҫәпләнә. Тағы ла Михайловкала 50-гә яҡын бала мәктәпкәсә төркөмгә йөрөй.
«Салауат» компанияһы ярҙамында физкультура залын төҙөү сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуға һәм төбәктә спортты үҫтереүгә булышлыҡ иткән заманса, уңайлы һәм функциональ спорт объектын булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Яңы уҡыу йылына мәктәп уҡыусыларына шәп бүләк буласаҡ.
Әйткәндәй, район хакимиәте башлығы Айрат Әминев Михайловка мәктәбенең иҫке спорт залын тамаша залына әйләндерергә теләй.
— Уны бер аҙ авария хәлендә тиҙәр, әммә беҙ был бинаны ташламайбыҙ. Мин уны тамаша залы итеп үҙгәртергә уйлағайным, сөнки мәктәптә ул бер ҡасан да булмаған. Тиҙҙән беҙ был эшкә лә тотонасаҡбыҙ. Ҡыйыҡтың ауыр конструкцияһын алып ташларға, уны яңыса ябырға һәм бинаны артабан файҙаланыу өсөн әҙерләргә ниәтләйбеҙ. Балалар һәм уҡытыусылар өсөн байрамдар, концерттар, мәктәп йыйылыштары өсөн тамаша залы бик кәрәкле булыр, тип ышанам, — тип яҙған ул үҙенең сәхифәһендә.