

«Урал» федераль автомобиль юлдары идаралығы М-12 «Восток» трассаһына инеү юлын ремонтлау өсөн тендер иғлан итте. Эштәрҙең дөйөм хаҡы 472,8 миллион һум тип баһалана.
Ремонт эштәре Өфө һәм Кушнаренко райондары биләмәһендәге 9,9 саҡрымлыҡ юл участкаһын үҙ эсенә ала. Бында көн һайын 16 меңгә яҡын транспорт сараһы үтә, шуға ла юл япмаһын яңыртыу хәүефһеҙлек өсөн бик мөһим.
Эштәрҙе 2027 йылдың сентябрь аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана. Быйылғы йылға 226,4 миллион һум, ә 2027 йылға 246,4 миллион һум аҡса бүленгән. Подрядсы иҫке асфальтты фрезерлау, ярыҡтарҙы бөтөрөү һәм яңы ҡатлам һалыу бурысын үтәйәсәк. Юлдың ике яғы ла яңыртыласаҡ. Төҙөкләндерелгән юлға ике йыллыҡ гарантия бирелә. Әгәр был осорҙа етешһеҙлектәр килеп сыҡһа, подрядсы уларҙы үҙ кеҫәһенән түләп, тиҙ арала төҙәтергә тейеш.
Әлегә ойошмаларҙан ғаризалар ҡабул ителә — уларҙы 7 авгусҡа тиклем ебәрергә кәрәк. Еңеүсе 12 августа билдәле буласаҡ.