

Капиталь ремонт буйынса төбәк операторы был эште башҡарыу өсөн Түбәнге Новгородтың «Трансэнерго» компанияһын һайлап алды.
Аукционда Мәскәүҙең билдәле Щербинск лифт заводы ла ҡатнашырға теләк белдергәйне, әммә сауҙа барышында уның хаҡ дәҡдиме булмаған. Шуға күрә килешеү «Трансэнерго» менән төҙөләсәк. Контракттың дөйөм хаҡы 1,1 миллиард һум тәшкил итә — подрядсы башланғыс хаҡты 5,5 миллион һумға кәметергә ризалашҡан.
Был эштәр 2026–2028 йылдарға планлаштырылған. Сығымдар халыҡтың иғәнәләре һәм дәүләт субсидиялары иҫәбенә ҡапланасаҡ.
Эштәр графигы ниндәй?
Подрядсыға ябай ғына түгел, ә күләмле эш йөкмәтелгән: проект-смета документацияһын әҙерләүҙән алып, кәрәкле ҡорамалдарҙы һатып алыуға һәм уларҙы монтажлауға тиклем бөтәһе лә уның яуаплылығында. Йорттарҙағы иҫке лифттар заманса, хәүефһеҙ ҡоролмаларға алмаштырыласаҡ.