Төҙөкләндереү
13 Августа , 05:10

Өфөлә Ағиҙел аша күперҙәр тағы ла яҡтырасаҡ

Башҡортостандың баш ҡалаһында Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күперҙәрҙең архитектура яҡтыртыуын камиллаштырыу дауам итә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Өфөлә Ағиҙел аша күперҙәр тағы ла яҡтырасаҡӨфөлә Ағиҙел аша күперҙәр тағы ла яҡтырасаҡ
Өфөлә Ағиҙел аша күперҙәр тағы ла яҡтырасаҡ

Проекттың икенсе этабы сиктәрендә күперҙәрҙәге яҡтыртҡыстар һанын 2,5 тапҡырға арттырыу күҙаллана.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2025 йылда беренсе этап барышында 495 заманса яҡтыртҡыс ҡуйылғайны. Хәҙер иһә уларға тағы ла 772 яңы прибор өҫтәләсәк. Был эштәрҙе башҡарыу өсөн Өфө мэрияһы подрядсы эҙләй.
Ҡала бюджеты был маҡсатҡа 113,8 миллион һумға тиклем аҡса бүлергә әҙер. Тендерҙа ҡатнашырға теләүселәр 18 авгусҡа тиклем ғаризаларын ебәрә ала, ә 20 августа еңеүсе билдәле буласаҡ. Килешеү төҙөлгәндән һуң, подрядсыға барлыҡ эштәрҙе 45 көн эсендә тамамларға кәрәк буласаҡ.
Ошо яңыртыуҙарҙан һуң, киске Өфө күперҙәре тағы ла күркәмерәк һәм яҡтыраҡ булып күренер тип көтөлә.

Автор:
Читайте нас