

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән осрашыуҙа ошо хаҡта асыҡлыҡ индерҙе.
Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, федераль кимәлдә сығымдарҙы оптималләштереү сәбәпле, төҙөлөш эштәренә контракт төҙөү ваҡыты күсә. Әлегә ремонтты 2026 йылдың аҙағында йәки 2027 йылда башлау күҙаллана. Әлбиттә, республика властары был процесты тиҙләтергә тырыша, әммә барыһы ла финанс мөмкинлектәренә бәйле.
Шуныһы ҡыуаныслы: цирк бинаһын төҙөкләндереү мәсьәләһе көн тәртибенән төшмәй. Был проект ил Президентының шәхси контролендә, шуға күрә ремонттың буласағына шик юҡ.
Осрашыу барышында Радий Хәбиров республикалағы башҡа ҙур төҙөлөштәр тураһында ла телгә алды. Мәҫәлән, студенттар кампусы төҙөлөшө графиктан алда бара — уны планлаштырылғандан бер йылға иртәрәк тапшырырға ниәтләйҙәр.