

Төп иғтибар 2027 йылға планлаштырылған эштәргә йүнәлтелде.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, алдағы йылда республика буйлап 152 майҙансыҡты төҙөкләндереү күҙаллана. Уларҙың күпселеге — 147 объект — халыҡтың тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса һайлап алынған. Яңыртыласаҡ урындар араһында Өфөнөң Салауат Юлаев майҙаны, Стәрлетамаҡтағы Ленин проспекты аллеяһы һәм Октябрьский ҡалаһының популяр парктары бар.
Шулай уҡ Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡҡан биш тораҡ пунктында (Стәрлетамаҡ, Туймазы, Благовещен, Яңауыл һәм Малаяҙ) проектлау эштәре башланды. Был объекттарҙы 2027–2028 йылдарҙа төҙөкләндереп бөтөү планлаштырыла.
Төҙөкләндереүҙән тыш, кәңәшмәлә Өфөләге Затон күперен капиталь ремонтлау мәсьәләһе лә күтәрелде. Был мөһим инфраструктура проекты ҡаланың транспорт системаһын яҡшыртыуға, атап әйткәндә, М-5 трассаһынан яңы М-12 юлына тиклем уңайлы коридор булдырырға ярҙам итәсәк. Эштәрҙе 2027–2028 йылдарҙа башҡарыу ҡаралған.