

Асҡарҙың үҙәк урамдары — Комсомол һәм Коммунистик урамдарында асфальт һалынды ла инде. Хәҙер иһә Рәүеф Дәүләтов урамында асфальт һалыу эштәре бара. Түбәнге, тигеҙләү ҡатламы инде эшләнгән, хәҙер нигеҙ тигеҙ булһын өсөн соҡорҙарҙы һәм тишектәрҙе бөтөрөү эштәрен башҡаралар. Техника геүләп эшләй, кешеләре урында.
— Тауыш уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Был урамдарҙа йәшәүселәргә сабырлыҡ өсөн рәхмәт — ваҡытлыса ҡыйынлыҡтар бер нисә йыл хеҙмәт итәсәк сифатлы юлға әйләнәсәк. Мәсьәләне шәхси контролдә тотам, — тип яҙҙы үҙенең сәхифәһендә район хакимиәте башлығы А. Әминев.
Тормоштоң сифатын улар билдәләй
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ — йәшәйешебеҙҙең үтә мөһим, әммә мәшәҡәтле һәм ҡатмарлы бер тармағы. Халыҡтың йәшәү сифаты һәм шарттары, төрлө предприятие һәм социаль объекттарының эшмәкәрлеге туранан-тура көнкүреш хеҙмәтен күрһәтеү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларының тотороҡло эшләүенән тора.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров:
— Башҡортостан авария хәлендәге торлаҡ мәсьәләһен уңышлы хәл итә. 2024 йылда төбәк хәүефһеҙ булмаған торлаҡ фондын бөтөрөү буйынса милли проектты ваҡытынан алда тамамланы. Яңы төбәк программаһы буйынса хәүефһеҙ йорттарға күсереү 2022 йылда ла дауам итте, дөйөм майҙаны 18 мең квадрат метрҙан ашыу хәүефһеҙ булмаған биналарҙан 1120 кеше күсерелде. Властар ҡала биләмәләрен комплекслы үҫтереүҙе өҫтөнлөклө итеп ҡуя, был алым хәүефһеҙ булмаған торлаҡ проблемаһын хәл итеп кенә ҡалмай, йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдыра.
Халыҡҡа уңайлы шарттар тыуҙырыу, яңы талаптарға яуап биргән сифатлы хеҙмәт күрһәтеү ҙә еңел түгел. Ҡулланыусылар йылылыҡ, яҡтылыҡ, һыу һ.б. өсөн тарифтар артыуына, өйҙәрҙең һыуыҡлығына зарланһа, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре бынан ярты быуат элек, хатта унан да күберәк алда төҙөлгән йорттарҙың, ундағы инженер селтәрҙәренең иҫкереүе, туҙыуы арҡаһында ыҙалай.
«Урал» ЯСЙ-һы 2000 йылда төҙөлә. Ойошманың ҡарамағында Әлмөхәмәт, Гусев һәм Йәнгел ауыл биләмәләре. Йәнгел ауыл биләмәһендә эштәр ярайһы уҡ алға китеп, халыҡтың зарланыуҙары әҙәйгән, шуға ла хужалыҡ етәксеһе Рәсүл Һиҙиәтов менән әңгәмәләштек.
Йәнгел ауыл биләмәһенең үҙәгендә йылылыҡ, һыу, күп фатирлы йорттарҙа ремонт — төп проблемаларҙың береһе. «Урал» ойошмаһы биләмәне өсөнсө йыл хеҙмәтләндерә, улар күп фатирлы 10 йортто, социаль объекттарҙы ҡарай.


Һуңғы ике йыл эсендә Йәнгелдә улар тарафынан ярайһы уҡ күп эштәр башҡарылған, ремонт бында бер ҙә туҡтамай. Бөгөнгө көнгә улар йылылыҡ трассаһын тулыһынса ремонтлаған, бында һыу ағыу проблемаһы хәҙер минималь кимәлдә. Ауыл биләмәһенең финанс иҫәбенә Йәнгел урта мәктәбенә барған торбаның 80 метрын ремонтлағандар. 2024 йылда ҙур мәктәптә, 2025 йылда башланғыс мәктәп бинаһының йылытыу системаһын тулыһынса алмаштырғандар. Мәктәп һәм Ленин урамдарындағы күп фатирлы йорттарҙың торбаларына ремонт үткәргәндәр, 212 серек торбаны яңыларға алмаштырғандар. Шулай уҡ һыу торбаларын алмаштырыуҙы ла улар атҡарып сыҡҡан, уҙған йылда 4 йортта, быйыл иһә тағы ла 4 йортта ремонт үткән. Хәҙер иһә бөтә крандар ҙа эшләй, һәр йорттоң һыуы айырым ябыла һәм асыла. Шулай уҡ район мәҙәниәт бүлеге Йәнгел сәнғәт мәктәбенең йылытыу торбаларын алмаштырыуға аҡса бүлгән, «Урал» хеҙмәткәрҙәре быны ла тиҙ арала эшләп ҡуйған.
— Әлеге мәлдә эшселәрем ҡаҙанлыҡта ағымдағы ремонт эштәре менән булалар, йылытыу миҙгеленә әҙерләнәләр. Быйылғы йылда йылытыу миҙгелен аварияһыҙ сығырға иҫәп тотабыҙ. Ҡаҙанлыҡ иҫке булыу сәбәпле, ҡытыршылыҡтар күп. Киләһе йылға был киҫкен мәсьәлә лә хәл ителергә тора, бәлки, хөкүмәт яғынан ярҙам булыр, — ти директор Рәсүл Ғаяз улы. — Күп фатирлы йорттарҙың хәле насар: улар һыуыҡ, ремонтһыҙ ине. Һәр бер кеше менән шәхсән һөйләшеп, проблемаларҙы уртаға һалып эшләргә тырышабыҙ, ҡыш буйы тиерлек шуларҙа йөрөп сыҡтыҡ. Йорттарҙың ҡыйыҡтарына ремонт эшләнек, ағымдағы косметик ремонттар ҙа үткәрелде.
Ниндәй генә хеҙмәттәр башҡарырға тура килмәй торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә. Ҡыш көндәрендә һәм яҙлы-көҙлө ҡыйыҡтарҙы ҡарҙан таҙартыу, һыу торбаларын ремонтлау, канализация менән килеп тыуған барлыҡ проблемаларҙы хәл итеү һәм башҡа бик күп эштәр уларҙың иңенә төшә. Айнур Кастрамов, Альберт Ильясов, Николай Федотов, Ирек Йәноҙаҡов, Сәлим Килмөхәмәтов — «Урал» ЯСЙ-һында арымай-талмай, көн-төн тип тормай фиҙаҡәр хеҙмәт итә.
— Эштең еңеле булмай. Беҙҙең хеҙмәт тә үҙенсәлекле, әлбиттә. Ватыла, тишелә торған әйберҙәр көн-төнмө, ялмы тип һорап тормай шул. Шуға күрә беҙгә тәүлектең ҡайһы ваҡытында ла әҙер торорға тура килә. Төн уртаһында ла эшкә саҡырып шылтыратыуҙары бар. Бригадабыҙҙа ышаныслы егеттәр эшләй. Һәр саҡ бер-беребеҙгә терәк булып торабыҙ, — ти Р. Һиҙиәтов.
Һәр эштең ҡыйынлыҡтарын шул тармаҡта хеҙмәт иткән кеше генә тейешле кимәлдә баһалай ала. Был еңел булмаған эште башҡарыусылар артабан да һынатмаҫ, үҙҙәренең хеҙмәте менән проблемаларҙы хәл итеп, биләмә халҡының тормошон тағы ла йәмлерәк итер, тип ышанабыҙ.
Гөлфиә Ниғмәтуллина.