Төҙөкләндереү
3 Сентября , 12:34

Йорт ҡыйыҡтарын ремонтлауға подрядсы билдәле

Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙың дөйөм мөлкәтен капиталь ремонтлау төбәк операторы «Спектр» һәм «Санстрой» компаниялары менән республиканың биш ҡалаһында һәм 20 районында 2027 һәм 2028 йылдарға планлаштырылған йорт ҡыйыҡтарын капиталь ремонтлауға контракт төҙөйәсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йорт ҡыйыҡтарын ремонтлауға подрядсы билдәлеЙорт ҡыйыҡтарын ремонтлауға подрядсы билдәле
Йорт ҡыйыҡтарын ремонтлауға подрядсы билдәле

Был маҡсатҡа дөйөм алғанда 793,8 миллион һум бүленә. Был эштәр "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты (национальный проект "Жилье и городская среда") сиктәрендә атҡарыла.

Ике фирма ла аукциондарҙа берҙән-бер ҡатнашыусы була, улар менән контракттар башланғыс максималь хаҡ буйынса төҙөлә.

«Санстрой» компанияһы Күмертауҙа, Салауатта, Сибайҙа, Стәрлетамаҡта, бынан тыш Мәләүез, Күгәрсен һәм Учалы райондарында эштәр башҡарасаҡ. Контракт хаҡы 434,3 миллион һум тәшкил итәсәк. Уның сиктәрендә 36 йорттоң ҡыйығы ремонтланасаҡ. Иң күп аҡса Стәрлетамаҡтағы эштәргә йүнәлтәсәктәр -138,8 миллион һум, бында 12 йортта ремонт үткәреләсәк. Эштәр 2027 йылдың 24 декабренә тиклем тамамланырға тейеш.

“Спектр " компанияһы Нефтекама, Бәләбәй, Бөрө ҡалаларында һәм Башҡортостандың тағы туғыҙ районында ҡыйыҡтарҙы ремонтлауға 359,6 миллион һумлыҡ контракт алған. Иң күп эштәрҙе Нефтекамала башҡарырға кәрәк-бында һигеҙ йорттоң ҡыйығын 101,3 миллион һумға ремонтлайҙар, контракт сиктәрендә бөтәһе 33 йортта эштәр башҡарыла.

Килешеүҙәр кисектереү шарты менән төҙөлгән — улар буйынса түләү, әгәр улар финанслауҙа ҡаралған булһа, торлаҡ милекселәренең һәм средстволарҙың төбәк бюджетынан йәки урындағы бюджеттан иғәнәләре килгән һайын башҡарыласаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас