

Ремонтланған юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо – 17,5 километр. Өфөлә, Нефтекамала, Иглин һәм Кушнаренко райондарындағы биш объектта эштәр тамамланған да инде. Ҡалған туғыҙ объект буйынса әҙерлек 40-90 процент тәшкил итә.
Министр ремонтланған юлдарҙы сафҡа индереү ваҡытын билдәләне:
10 сентябргә тиклем – Стәрлетамаҡ районында дүрт баҡса ширҡәтенә;
20 сентябргә тиклем – Шишмә районында өс объектҡа;
1 октябргә тиклем – Шишмә районындағы «Росинка» баҡса ширҡәтенә;
6 октябргә тиклем – Өфө районында 10 баҡса ширҡәтенә;
10 октябргә тиклем – Ҡырмыҫҡалы районында 11 баҡса ширҡәтенә;
12 октябргә тиклем – Иглин районындағы «Көньяҡ ҡараған урманы» баҡса ширҡәтенә;
30 октябргә тиклем – Өфөлә һигеҙ баҡса ширҡәтенә.
2022 йылдан муниципалитеттар дөйөм оҙонлоғо яҡынса 109 километр булған 62 юлды хеҙмәтләндереүгә алған. Башҡарылған ремонт һөҙөмтәһендә 297 баҡса ширҡәтенә уңайлы барып етеү мөмкинлеге булдырылған.
Башҡортостан Башлығы баҡса ширҡәттәре менән уларҙың документтарында тәртип урынлаштырыу буйынса эште дауам итергә ҡушты. Был зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу, электр үткәреү, юлдарға ҡом-таш түшәү, сүп-сар сығарыуҙы ойоштороу, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса республиканан ярҙам алыу маҡсатында эшләнә. Эш һөҙөмтәләре 2027 йылдың яҙында сираттағы «СМАРТ-баҡсасы» халыҡ-ара форумында тикшереләсәк.