Төҙөкләндереү
17 Сентября , 05:32

Төҙөлөш тармағы үҫеш күрһәтә

Башҡортостандың төҙөлөш тармағында август айы һөҙөмтәле булды. Республикала 263,2 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған, был былтырғы йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 44,7 процентҡа күберәк. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Төҙөлөш тармағы үҫеш күрһәтәТөҙөлөш тармағы үҫеш күрһәтә
Төҙөлөш тармағы үҫеш күрһәтә

Шәхси йорттар төҙөү ҙә әүҙемләшкән: бер ай эсендә халыҡ 184 мең квадрат метр майҙанды сафҡа индергән, был 5,5 процентлыҡ үҫеш тигән һүҙ.

Әммә йыл башынан алып булған дөйөм күрһәткестәр әлегә былтырғы кимәлдән түбәнерәк. Ғинуарҙан августҡа тиклем республикала 1,4 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлгән, был 2025 йылдың һигеҙ айы менән сағыштырғанда 2,7 процентҡа кәмерәк. Шәхси төҙөлөш секторында ла 9,5 процентлыҡ кәмеү күҙәтелә (1,1 миллион квадрат метр).

Волга буйы федераль округында ла хәлдәр төрлөсә. Август айында округ буйынса торлаҡ төҙөү күләме 9,5 процентҡа артҡан. Башҡортостан был күрһәткес буйынса Ульяновск һәм Һарытау өлкәләре менән бер рәттән лидерҙар иҫәбендә. Шулай ҙа округтың 14 төбәгенең һигеҙендә төҙөлөш темптарының кәмеүе теркәлгән, ә Мордовияла был күрһәткес хатта 46,7 процентҡа еткән.

Дөйөм Рәсәй күләмендә иһә төҙөлөш тармағында һиҙелерлек кәмеү күҙәтелә. Ил буйынса һигеҙ айҙа 58,1 миллион квадрат метр торлаҡ тапшырылған, был былтырғыға ҡарағанда 14 процентҡа кәмерәк. Бигерәк тә шәхси төҙөлөш секторында түбәнәйеү бар — 23,5 процент. Август айында ғына ла Рәсәйҙә торлаҡ төҙөү күләме 6,1 процентҡа кәмегән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас