Төҙөкләндереү
20 Сентября , 09:00

Әлмөхәмәт ветерандары Асҡарҙа сәйәхәттә булды

Әлмөхәмәт ауыл советының хаҡлы ялдағы оло быуыны һәм әүҙем йәмәғәтселәре ошо көндәрҙә район үҙәге Асҡар биләмәһендә барлыҡҡа килгән заманса ял итеү үҙәктәренә һәм тарихи-мәҙәни урындарға сәйәхәт ҡылды. Был изге башланғыст тураһында беҙгә педагогик хеҙмәт ветераны Сәүҙә Зиннәт ҡыҙы Шөғөрова хәбәр итте. Сәфәр Көнсығыш-1 биҫтәһендә алыҫтан уҡ балҡып ултырған полилингваль «Хазина» мәктәп-балалар баҡсаһынан башланды. Ветерандар белем усағының бик ҙур һәм матур булыуына һоҡланды. Балалар өсөн уңайлы шарттар, сифатлы заманса материалдан эшләнгән уйын һәм спорт майҙансыҡтары уларҙа тик ҡыуаныс тойғолары уятты. Артабан сәйәхәтселәр «Ҡурай» паркына туҡталды. «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса төҙөлгән был заманса ял урыны бер кемде лә битараф ҡалдырманы. «Бер ҙә ҡалаларҙан ҡалышмай! Балаларға ла, йәштәргә лә, ололарға ла рәхәтләнеп ял итерлек мөхит. Афарин район етәкселегенә!» — тип фекерҙәре менән бүлеште ҡунаҡтар. 

«Экстрим» туристик базаһында уларҙы хужа Лидар Әхтәмов ихлас ҡаршыланы. Ул ҡунаҡтарға күңел асыу, балалар һәм өлкәндәр өсөн булдырылған ял шарттарын ентекләп күрһәтте. Аттракциондар, көн дә эшләгән кафе, мунсаһы булған йорттар барыһына ла оҡшаны. Изге теләктәр теләп, артабан юлландылар. Ололар «Рәсәлиә» мәсете янынан да битараф үтеп китә алманы. Эстә лә, тышта ла зауыҡ менән эшләнгән иман йортоноң матурлығына хайран ҡалдылар. — Был мәсет эталон булырлыҡ. Ошо изге йортто төҙөткән, әле махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Урал аръяғы имам-ахуны Сәйфулла Ғайсин тураһында ишетеп, ҡыуандыҡ та, һоҡландыҡ та, — тине ветерандар. Асҡар үҙәгенә ингәс, «Ватан-әсә саҡыра» монументы янында туҡтанылар. Күңелдәрҙә ғорурлыҡ һәм тулҡынланыу тойғолары кисергән мәлдә уларҙы осраҡлы ғына район хакимиәте башлығы Айрат Әминев тә күрҙе. Ул ветерандар менән хәл-әхүәл һорашып, бергәләп фотоға ла төштө. Төп туҡталыштарҙың береһе район тыуған яҡты өйрәнеү музейында булды. Экскурсовод, музей директоры Шәүрә Әхмәтҡужина төбәк тарихы тураһындағы бай экспонаттарҙы мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Ҡунаҡтар районыбыҙҙың шундай бай мираҫҡа эйә булыуына шатланды. Артабан Шәүрә Ильяс ҡыҙы уларҙы МХО-ла батырҙарса һәләк булған һалдаттың әсәһе, ирекмән Әлфиә Ғиләжеваның цехына алып барҙы. Бәләкәй генә урында ниндәй ҙур эш атҡарылыуын күреп, «Зов сердец» ирекмәндәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр: “Изге эштәрегеҙ ерҙә ятып ҡалмаҫ, еңеү булып әйләнеп ҡайтыр!”   «Дан аллеяһы»ндағы һәйкәлдәрҙе һәм мемориалдарҙы күреп, ил кисергән ауыр һәм шанлы ваҡиғаларҙы күҙ алдынан үткәрҙеләр. Йәш үҫентеләр ҡаһарман һалдаттарҙың яҡты иҫтәлеге булып япраҡ ярғанда, батырҙарҙың даны мәңгелек икәненә тағы бер инанды улар. Был аллеяны булдырыу идеяһы менән сығыусы район етәкселегенә рәхмәт белдерҙеләр. «Урал батыр» паркына юл үҙе үк серле тойғолар уятты. Шәүрә Ильяс ҡыҙының «Урал батыр» эпосын төплө һәм аңлайышлы итеп һөйләүе сәфәрселәрҙе бөтөнләй әсир итте. Улар был урынды йөрәк аша үткәреп, бағыусыларға иң изге теләктәрен еткерҙе. Быныһы менән генә тамамланманы экскурсия. Район хакимиәте белгестәре уларҙы «Ирәндек» лагерына һәм «Ҡунаҡсыл Башҡортостан» этнотурына саҡырҙы. Лагерҙә уларҙы йылмайып Әҡлимә Миҙхәт ҡыҙы Рәжәпова ҡаршы алды. Тирмәлә башҡорт халҡының кейемдәре, йолалары, йыр-бейеүҙәре менән танышҡас, талҡан эшләү буйынса оҫтаханала шөғөлләнеп, «Бишбармаҡ» һәм «Наза» бейеүҙәрен өйрәнделәр. Өҫтәлгә йылы итеп бешерелгән бишбармаҡ, йыуаса һәм сәк-сәк килеп ултырғас, табын тағы ла йәмләнде. — Беҙ төрлө сараларҙа күп булабыҙ, шуға күрә Әҡлимә Миҙхәт ҡыҙының профессиональ кимәлен айырым билдәләр инек. Башҡортса ла, русса ла асылған китаптай, дөрөҫ дикция һәм интонация менән һөйләй. Артабанда уға ҙур уңыштар теләйбеҙ. Был проект — үҙебеҙҙең телде, милләтте һаҡлау өсөн кәрәкле, сағыу һәм файҙалы эш. Уға балаларҙы ла, йәштәрҙе лә күберәк йәлеп итеүҙәрен теләйбеҙ, — тине ветерандар. Ошо тәрән йөкмәткеле экскурсияны ойошторған өсөн сәйәхәтселәр район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Т. А. Мостафинаға, музей директоры Ш. И. Әхмәтҡужинаға, лагерь педагог-ойоштороусыһы Ә. М. Рәжәповаға, Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе ветерандары ойошмаһы етәксеһе Б. И. Шөғүровҡа, водитель Р. Г. Хәмитовҡа һәм координатор С. З. Шөғүроваға оло рәхмәтен белдерҙе. — Район үҙәге Асҡар үҫә, йәшәрә. Беҙҙең яҡтар тәбиғәте, йәшәү шарттары һәм ял урындары менән ҡалаларҙан һис ҡалышмай. Беҙгә ҡыуанып йәшәргә, артабан да районыбыҙҙы үҫтерергә яҙһын! — тине хеҙмәт ветерандары.

Әлмөхәмәт ветерандары Асҡарҙа сәйәхәттә булды
Әлмөхәмәт ветерандары Асҡарҙа сәйәхәттә булды
Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас