Төҙөкләндереү
25 Сентября , 04:25

Аксенов агросәнәғәт колледжы ремонтлана

Әлшәй районындағы Н. М. Сибирцев исемендәге Аксенов агросәнәғәт колледжы Өфөнөң «АЛЬЯНС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән үҙ бинаһын капиталь ремонтлауға контракт төҙөгән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Аксенов агросәнәғәт колледжы ремонтланаАксенов агросәнәғәт колледжы ремонтлана
Аксенов агросәнәғәт колледжы ремонтлана

Компания эштәрҙе 140,2 миллион һумға башҡара, башланғыс хаҡы 149,9 миллион һум булған.

Конкурсҡа бөтәһе ике ғариза килгән. Икенсе ҡатнашыусы 145,4 миллион һумға капиталь ремонт үткәрергә тәҡдим иткән.

Эштәрҙе финанслау төбәк ҡаҙнаһынан тормошҡа ашырыласаҡ, был маҡсатҡа 2026 йылда - 52 миллион һум, 2027 йылда 88,2 миллион һум бүленәсәк. Эштәрҙе 2027 йылдың 31 авгусына тиклем тамамларға, подрядсы уларҙың сифатына биш йыллыҡ гарантия бирергә тейеш.

Компанияның бурыстарына ҡыйыҡты, отмостканы ремонтлау, нигеҙҙе тергеҙеү һәм гидроизоляциялау, ишек уйымдарын киңәйтеү, тәҙрәләрҙе һәм ишектәрҙе алмаштырыу, цоколде, түшәмдәрҙе, стеналарҙы, кәртәләрҙе, иҙәндәрҙе, һыу менән тәьмин итеү системаһын ремонтлау инә. Башҡарыусы шулай уҡ видеокүҙәтеү системаһын монтажларға, вентиляция системаһын тергеҙергә һәм башҡа эштәр башҡарырға тейеш. 2025 йылдан колледждар, техникумдар һәм училищелар ремонтлау Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса ҡабул ителгән мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһы сиктәрендә «Йәштәр һәм балалар» милли проекты (национальный проект «Молодёжь и дети») буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас