

Был сара – төбәгебеҙҙең экологияһын яҡшыртыуға һәм ҡала-ауылдарыбыҙҙы йәмләндереүгә йүнәлтелгән ҙур күләмле эш. Ул «Экологик именлек» милли проекты сиктәрендә эшләгән “Урмандарҙы һаҡлау " федераль проекты (федеральный проект «Сохранение лесов») буйынса ойошторола.
Быйылғы акцияла 44 меңдән ашыу кеше ҡатнашыр тип көтөлә. Ирекмәндәр, махсус ойошмалар һәм техника ярҙамы менән бер көндә 3 меңдән ашыу ҙур ағас һәм 57 меңгә яҡын үҫенте ултыртыласаҡ. Шулай уҡ 51 яңы тематик аллея барлыҡҡа киләсәк. Белгестәр элек ултыртылған ағастарҙы ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай: 800-ҙән ашыу ағас һәм 7 меңдән ашыу ҡыуаҡҡа компенсацион ҡарау ойоштороласаҡ.
Әйтәйек, Өфөлә 1,2 меңдән ашыу ағас һәм 3,4 мең ҡыуаҡ ултыртыла. Киров районында «Сиреневый» скверы, ә Совет районында Революция урамында яңы аллея асыла. Зубово ауылында госпиталь биләмәһе йәшелләндерелә, Иҫәнғолда – яугир-интернационалистар, Мәләүездә – йәйәүлеләр, Стәрлетамаҡ районында – «Һаулыҡ», ә Көйөргәҙелә «Спорт» аллеялары булдырыла.
Был эштәр «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты менән тығыҙ бәйләнгән. Йәшелләндереү менән бер рәттән, шул уҡ урамдарҙа яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылып, уңайлы йәйәүлеләр зоналары төҙөлә.
Республика Башлығы Радий Хәбиров киләсәккә ҡарата мөһим бурыс ҡуйҙы: 2027 йылдан башлап төп иғтибарҙы яңы үҫентеләр ултыртыуға ғына түгел, ә элек ултыртылған ағастарҙы тәрбиәләүгә һәм һаҡлауға йүнәлтергә кәрәк. Сөнки ағас ултыртыу – эш башы ғына, уның үҫеп китеүе өсөн даими ҡарау талап ителә.