Төҙөкләндереү
29 Сентября , 12:31

Ҡунаҡхана менән юл комплексы төҙөлә

Федоровка районында күп функциялы юл комплексын төҙөү өсөн инвестор эҙләйҙәр. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Ҡунаҡхана менән юл комплексы төҙөләҠунаҡхана менән юл комплексы төҙөлә
Ҡунаҡхана менән юл комплексы төҙөлә

Проектҡа инвестициялар күләме 116 миллион һумға баһалана, уны тормошҡа ашырғанда 15 эш урыны булдырылыуы ихтимал. Төбәк үҫеш Корпорацияһы тейешле тәҡдимде «Рәсәйҙең Инвестиция картаһына» урынлаштырған.

Комплекс составына 17 номерлы ҡунаҡхана, кафелы минимаркет, шина монтажы һәм автостоянка индерергә тәҡдим ителә. Инвестор артабан һатып алыу хоҡуғы менән сауҙа үткәрмәйенсә ҡуртымға майҙансыҡ алыуға дәғүә итә ала.

Юл комплексы 31 км радиуста берҙән-бер ошондай объект булыр тип күҙаллана. «Бындай урынлашыу тура конкуренцияның булмауын тәьмин итә һәм сәйәхәтселәр яғынан ҙур һорауҙы гарантиялай», — тиелә тәҡдимдә.

Бизнес-кейс эшләүселәр иҫәпләүҙәре буйынса, проект-эҙләнеү эштәре-3,1 миллион һумға, төҙөлөш — монтаж эштәре 104,3 миллион һумға төшәсәк, шуның 59 миллион һумы ҡунаҡхана төҙөүгә китә. Мебель һәм ҡорамалдар һатып алыуға 7,6 миллион һум кәрәк буласаҡ. Территорияны төҙөкләндереү 800 мең һумға баһалана.

Объектты бер йылда төҙөргә мөмкин, инвестициялар 6,1 йылда кире ҡайтарыла. Ун йыл эсендә комплекстың килеме 624,7 миллион һум тәшкил итеүе мөмкин, саф табышы 206,5 миллион һум булыуы көтөлә.

Проектты өҫтөнлөклөләр исемлегенә индергәндә, был инвесторға килемгә һалым буйынса инвестиция һалым ташламаһын алырға, ойошмаларҙың мөлкәтенә һалым түләүҙән азат итеүе мөмкин.

 

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас