

Урындағы урта мәктәптең спорт залы авария хәлендә тип танылып ябылғандан бирле тиҫтә йылға яҡын хәл ителмәгән «һаҡаллы» мәсьәлә былтыр ноябрь айында ауыл халҡының һәм уҡытыусылар коллективының Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнешкә мөрәжәғәтенән һуң урынынан ҡуҙғалды. Һәм инвесторҙар — Рус баҡыр компанияһының Хәйриә фонды, «Салауат» ЯСЙ-һы ярҙамы менән бик йылдам рәүештә ауылда өр-яңы заманса физкультура залы ҡалҡып сыҡты. Бер йыл элек Михайловка халҡы был хаҡта хыялланырға ла ҡурҡа ине. Ә бөгөн ул ҡыуаныслы ысынбарлыҡ!
Физкультура залын асыу буйынса тантаналы линейкаға теҙелгән уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләрҙең оло шатлығын бүлешергә мәртәбәле ҡунаҡтар — Башҡортостан Республикаһы премьер-министры урынбаҫары А. А. Касьянов, район башлығы А. З. Әминев, Рус баҡыр компанияһы президенты кәңәшсеһе Р. В. Горохов, РМК-ның Хәйриә фонды етәксеһе М. А. Горшкова, «Салауат» ЯСЙ-һы директоры Т. Т. Бәхтегәрәйев килде. Дәүләт гимндары аҫтында Рәсәй һәм Башҡортостан флагтарын, Әбйәлил районының, РМК һәм «Салауат» компанияһының байраҡтарын күтәреү хоҡуғы грэпплинг буйынса республика һәм төбәк-ара спорт ярыштары еңеүсеһе Алмас Ҡаһармановҡа, авиамоделдәр һынау буйынса республика ярышы призеры Илдар Сөләймәновҡа, грэпплинг һәм самбо буйынса район, республика турнирҙары еңеүсеһе Егор Закирьяевҡа, активист-ирекмән, «Йәш илһөйәр» миҙалына лайыҡ булған Динә Ҡорбановаға һәм «Салауат» компанияһы үткәргән «Ғилем» олимпиадаһы еңеүсеһе Карина Абдуллинаға бирелде.
— Бөгөн Михайловка ауылы тарихында ысын мәғәнәһендә иҫтәлекле көн. Физкультура дәрестәрен ошоғаса урамда йәиһә мәктәптең тар коридорында үткәрергә мәжбүр булған балаларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусылар күтәргән көнүҙәк һорауҙы республика етәкселеге ишетте һәм уны хәл итеүҙе инвесторҙарға йөкмәтте. Улар, үҙ сиратында, бик тиҙ һәм сифатлы итеп был бурысты атҡарҙы. Бының өсөн физкультура залын төҙөүҙә ҡатнашлығы булғандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт белдерәм, — тине А. З. Әминев.
Айрат Зиннәт улы үҙенең сығышында «Салауат» компанияһының ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә әбйәлилдәр мәнфәғәтендә башҡарған социаль әһәмиәттәге ҙур эштәрен барлап үтте. Былтыр августа файҙаланыуға тапшырылған «Ирәндек» балалар лагерындағы «Салауат» спорт майҙансығын төҙөүгә инвестициялау күләме 17 миллион һум тәшкил иткән. Буранғол урта мәктәбенең интернатын реконструкциялау буйынса ҙур масштаблы проектҡа компания 100 миллион һум аҡса йүнәлткән.
— Спорт һарайы тип атау ҙа яҙыҡ булмаҫ. Бында балаларға физкультура менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған: спорт инвентары менән йыһазландырылған иркен зал, сисенеү бүлмәләре, душ, башҡа уңайлыҡтар. Подрядсы ойошма биләмәне лә урын еренә еткереп төҙөкләндерҙе. Тәьҫораттар иҫ киткес — буш урында бер нисә ай эсендә ауыл күрке булып ниндәй мөһабәт бина үҫеп сыҡты. Был берҙәм эш һөҙөмтәһе, — тип дауам итте ул.
Район башлығы форсаттан файҙаланып, киләсәк быуын өсөн күп изге эштәр атҡарған «Салауат» ЯСЙ-һына «Ирәндек» лагерын шефлыҡҡа алыу тураһындағы фекере менән дә бүлеште. «Унда һеҙҙең хеҙмәткәрҙәрҙең балалары ял итәсәк, улар үҫеп еткәс районға эшсе кадрҙар, шулай уҡ «Салауат» предприятиеһына белгестәр булып ҡайтасаҡ. Балалар мәнфәғәтенә һалынған саралар — киләсәккә иң яҡшы инвестиция булыуына ышанам», — тине ул үҙ һүҙҙәрен дәлилләп. Төбәк үҫешенә йүнәлтелгән ҙур иғтибар өсөн Айрат Зиннәт улы рәхмәт йөҙөнән РМК президенты кәңәшсеһе Роман Гороховҡа бүләккә милли ҡамсат бүрек кейҙерҙе, төҙөлөшкә тос өлөш индергәндәре өсөн участка мастеры Артем Кошелевты, монтажсылар Әхиәр Килдейәровты, Арсений Кошелевты, Иван Перевышинды район хакимиәтенең рәхмәт хаттары менән билдәләне.
БР премьер-министры урынбаҫары А. А. Касьянов заманса спорт залы булдырылыуы Михайловка ауылында мәктәп уҡыусыларынан башлап оло йәштәгеләргә тиклем һәр кемде сәләмәт йәшәү рәүешенә, спортҡа, әүҙем оҙон ғүмерлелеккә әйҙәйәсәк, ул аралашыу үҙәге буласаҡ, бында үҙ-ара дуҫлыҡ, команда рухы нығынасаҡ, еңеүгә ынтылыш тәрбиәләнәсәк тине. Алексей Анатольевич физкультура залын төҙөү буйынса социаль проектты уңышлы тормошҡа ашырған партнерҙарға — Мария Горшковаға, Таһир Бәхтегәрәйевҡа БР Хөкүмәтенең Почет грамотаһын тапшырҙы, район хакимиәтенең архитектура бүлеге хеҙмәткәре Нәзидә Мусинаны Рәхмәт хаты менән бүләкләне.
— Изге эштәр сираты яңы спорт залы менән тулыланды. Һеҙ был бәхеткә ихлас теләгегеҙ, ауыл яҙмышына битараф булмауығыҙ менән ирештегеҙ. Минең ҡарамаҡҡа бик һоҡланғыс зал килеп сыҡты. Был диуарҙарҙа Әбйәлил исемен данлаған чемпиондар үҫһен! — тине «Салауат» компанияһы директоры Т. Т. Бәхтегәрәйев ҡотлау телмәрендә.
— РМК-ның: «Һүҙ менән түгел, ә эштәр менән!» тигән ҡағиҙәһе бар. Буласаҡ спорт объектының тәүге нигеҙ ташын һалғандан һуң бер нисә айҙан өй туйлауға килеүем, сираттағы эшебеҙҙең һөҙөмтәһен күреү минең өсөн бик тулҡынландырғыс. Михайловка балалары һәм халҡы өсөн был айырыуса ҡыуаныслы. Бында шат тауыштар тынмаһын, ярыштар, күңелле старттар уҙһын, еңеү ауаздары яңғыраһын! — тигән изге теләктә РМК-ның Хәйриә фонды етәксе М. А. Горшкова Михайловка урта мәктәбе директоры Е. Р. Ғилмановаға символик асҡыс тапшырҙы.
Елена Рәмил ҡыҙы уҡыусылар, мәктәп коллективы, ата-әсәләр исеменән рәхмәт әйтеп ҡунаҡтарҙы яңы залға әйҙәне. Эстә спорт менән шөғөлләнеүсе балалар күрһәтмә сығыштар менән ҡаршыланы. Подряд эштәрен башҡарған «Урал төҙөлөш идаралығы» ЯСЙ-һы директоры С. В. Тарасюк, Таштимер ауыл биләмәһе башлығы З. З. Арғынбаев, район Советы депутаты С. Б. Гусев, Михайловка мәктәбенең элекке сығарылыш уҡыусыһы, меценат Г. С. Әминева телмәр тотто.
Физкультура залын асыу тантанаһында ҡатнашыусылар үҙҙәренең кескәй генә өлөшөн ҡалдырып, тупҡа ҡултамғаларын ҡуйҙы, теләктәр яҙҙы. Был туп залдың талисманы буласаҡ. Спорт рухы, шатлыҡ кәйефе галстук-костюмдарҙағы абруйлы ағайҙар күңелен дә ялманы — футбол ҡапҡаһына тәүге голдарҙы индереп, улар ауылдың өр-яңы залдағы спорт тормошона дәртле башланғыс бирҙе.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.