

Ҡала хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ идаралығы был маҡсатта Мәскәүҙең «МР Инжиниринг» компанияһы менән килешеү төҙөгән. Проекттың икенсе этабын тормошҡа ашырыу өсөн бюджеттан 113 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Эш барышында яҡтыртҡыстар һанын күпкә арттырырға планлаштыралар: әгәр 2025 йылда бында 495 лампа ҡуйылған булһа, хәҙер уларға тағы ла 772-һе өҫтәләсәк. Йәғни, күперҙәрҙең яҡтылығы 2,5 тапҡырға артасаҡ. Подрядсы ойошмаға яҡтылыҡты көйләү системаһын булдырыу һәм эштәргә өс йыллыҡ гарантия биреү бурысы йөкмәтелгән. Барлыҡ монтаж эштәрен 45 көн эсендә тамамларға кәрәк.
Ҡала етәкселеге билдәләүенсә, был эштәр тик матурлыҡ өсөн генә түгел. Беренсенән, төнгө ваҡытта водителдәргә юлды күреү еңелерәк буласаҡ, икенсенән, байрам көндәрендә күперҙәр төрлө төҫтәр менән балҡып, ҡалабыҙҙың йөҙөнә йәм өҫтәйәсәк.
Был эштәр, 2025 йылда ҡабул ителгән “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) нигеҙендә атҡарыла . Проекттың маҡсаты-граждандарҙы яңы сифатлы инфраструктура менән тәьмин итеү: торлаҡ, транспорт, социаль, коммуналь. Ябай ғына әйткәндә, кешеләргә йәшәү, эшләү һәм ял итеү өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы шарттар булдырыу.