Төҙөкләндереү
8 Октября , 04:13

Иҫәнғолда ҙур сүплекте таҙартыу эштәре башлана

Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында оҙаҡ йылдар тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереп ятҡан сүплекте бөтөрөү өсөн дәүләт аукционы иғлан ителде. Был мөһим экологик проектты тормошҡа ашырыу өсөн төбәк ҡаҙнаһынан ҙур күләмдә аҡса бүленә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Добавить в предпочтительные источники Google
Иҫәнғолда ҙур сүплекте таҙартыу эштәре башланаИҫәнғолда ҙур сүплекте таҙартыу эштәре башлана
Иҫәнғолда ҙур сүплекте таҙартыу эштәре башлана

Сүплектең майҙаны 4,7 гектарҙы тәшкил итә, ә унда йыйылған ҡалдыҡтар күләме 58 мең кубометрҙан ашыу тип баһалана. Подрядсы ойошмаға был майҙанды тәртипкә килтереү өсөн байтаҡ көс һалырға тура киләсәк:

  • Шпунтлы ҡоймалар ҡуйыу;
  • Фильтратты йыйыу һәм дегазация системаларын булдырыу;
  • Махсус рекультивацион япма менән ҡаплау.

Шулай уҡ объектта тәүлек әйләнәһенә һаҡ һәм контроллек итеү талап ителә. Эштәрҙе 2028 йылдың ноябренә тиклем тамамлау күҙаллана.

Проект өс йылға бүлеп финанслана: 2026 йылда — 87,9 млн, 2027 йылда — 34,5 млн, ә 2028 йылда 54,6 млн һум аҡса ҡаралған. Әлегә аукционда ҡатнашырға теләүселәрҙән ғаризалар ҡабул ителә, еңеүсе 20 октябрҙә билдәле буласаҡ.

Шуны билдәләр кәрәк, был эшкә әҙерлек 2024 йылда уҡ башланған. Экология министрлығы проектты әҙерләү өсөн махсус институт менән килешеү төҙөй, контракт хаҡы 7,2 миллион тәшкил итә. Хәҙер ошо проект нигеҙендә эштәр башлана. Сүплекте бөтөрөү ике этапта барасаҡ: тәүҙә техник яҡтан таҙартыу, ә һуңынан биологик этап — йәғни, тупраҡты тергеҙеү, үлән сәсеү һәм ерҙе киләсәктә ҡулланыу өсөн яраҡлы хәлгә килтереү.

"Экологик именлек» милли проекты (национальный проект «Экологическое благополучие») бурыстарына ярашлы эшләнәсәк саралар Иҫәнғол ауылының экологик хәлен яҡшыртыуға һәм тәбиғәтте һаҡлауға ҙур өлөш индерәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас