

Контракттың башланғыс максималь хаҡы 7,1 миллиард һум тәшкил итә. Конкурста ҡатнашыуға заявкалар 2 ноябргә тиклем ҡабул ителә, 6 ноябрҙә процедураға йомғаҡ яһала.
Подрядсыға 1231-1251 саҡрымдарҙа 20 километрлыҡ трасса участкаһын төҙөү һәм реконструкциялау буйынса проекттың икенсе һәм өсөнсө этаптарын башҡарырға тура киләсәк. Эштәр республиканың Дүртөйлө һәм Кушнаренко райондарында башҡарыласаҡ.
Финанслау сығанағы булып федераль бюджет сығыш яһай. Аҡсаның төп күләме 2028 йылға планлаштырылған. Реконструкция 2028 йылдың 30 сентябренә тиклем тамамланырға тейеш. Подрядсы ер полотноһына һәм яһалма ҡоролмаларға һигеҙ йылға, юл ҡатламына — алты йылға, термопластик нигеҙенә — бер йылға гарантия бирергә тейеш.
Участканы реконструкциялауҙы «Гео-Проект»компанияһы проектлай. Проект 2023 йылда дәүләт экспертизаһының ыңғай һығымтаһын ала.
"Тормош өсөн инфраструктура" милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) федераль трассалар өлөшөнөң төп маҡсаты, федераль автомобиль юлдары участкаларын реконструкциялау һәм төҙөү иҫәбенә ил территорияларының иҡтисади бәйләнешен үҫтереү тора. Улар иҫәбенә ҙур ҡалаларҙы урап үтеү юлдарын төҙөү инә. 2030 йылға ҡалаларҙы урап үтеүҙең 50 проценты төҙөләсәк, ә бөтәһе федераль трассаларҙың 85 проценты тәртипкә килтереләсәк.