Төҙөкләндереү
21 Октября , 12:23

Законһыҙ сүплекте бөтөрөүгә подрядсы эҙләйҙәр

Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылында законһыҙ сүплекте бөтөрөү өсөн подрядсы эҙләйҙәр. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Добавить в предпочтительные источники Google
Законһыҙ сүплекте бөтөрөүгә подрядсы эҙләйҙәрЗаконһыҙ сүплекте бөтөрөүгә подрядсы эҙләйҙәр
Законһыҙ сүплекте бөтөрөүгә подрядсы эҙләйҙәр

Республиканың Конкурент сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты ойошторған электрон аукционда еңеүсегә 91 миллион һум самаһы аҡса түләргә планлаштырыла. Заказсы сифатында район хакимиәте сығыш яһай.

"Генераль йыйыштырыу» федераль проектына (федеральный проект «Генеральная уборка») ярашлы эшләнәсәк эштәр төбәк бюджеты иҫәбенән финанслана. Аукционда ҡатнашырға теләүселәрҙең ғаризалары ҡаралып, еңеүсе 29 октябрҙә билдәле буласаҡ.

Белеүебеҙсә, сүплектең майҙаны 2,6 гектарға етә, ә ундағы ҡалдыҡтарҙың дөйөм күләме 60 мең кубометрҙан ашып китә. Килешеү шарттары буйынса, яңы подрядсы сүплекте күсереп күмергә, ҡоймалар һәм рекультивация япмаһы урынлаштырырға, шулай уҡ пассив дегазация һәм видеוקүҙәтеү системаларын ҡуйырға тейеш. Барлыҡ эштәрҙе 2027 йылдың октябрь аҙағына тиклем тамамлау кәрәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл февраль айында уҡ Башҡортостандың Экология министрлығы Мәскәүҙең «Транснефтегазпроект институты» менән ошо сүплекте бөтөрөү проектын әҙерләү буйынса килешеү төҙөгән ине. Ул ваҡытта проекттың хаҡы 5,9 миллион һум тип баһаланғайны.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас