

Тантаналы сарала республика Башлығы Радий Хәбиров менән Ташкент өлкәһе хокимы Зойир Мирзаев ҡатнашты.
Был – Башҡортостан өсөн сит илдә ошондай масштаблы майҙансыҡ төҙөүҙең беренсе тәжрибәһе. Радий Хәбиров билдәләүенсә, башланғыс бик яҡшы перспективалар вәғәҙә итә, хатта беренсе резиденттар ҙа билдәле инде. Объектты төҙөүгә тотоноу алдынан ҙур әҙерлек эштәре башҡарылған: бөтә ойоштороу, финанс һәм юридик мәсьәләләр даими осрашыуҙарҙа һәм видеоэлемтә аша хәл ителгән. Проект үҙ ваҡытында Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Үзбәкстан президенты Шавкат Мирзиёев тарафынан да хуплау тапҡан.
Яңы технопарк ике төбәк араһындағы бәйләнештәрҙе тағы ла нығытасаҡ. Дөйөм алғанда, Башҡортостан Үзбәкстан менән сәнәғәт, ауыл хужалығы, туризм, спорт һәм мәҙәниәт кеүек күп йүнәлештәр буйынса актив хеҙмәттәшлек итә.
Әлегә тиклем үк «Бекабад»тың киләсәгенә ышаныусы биш инвестор үҙ теләге менән резидент булырға әҙерлеген белдергән. Уларҙың дөйөм инвестиция күләме яҡынса 13 миллион доллар (979 миллион һумдан ашыу) тәшкил итә. Был майҙансыҡ Башҡортостан иҡтисады өсөн Үҙәк Азия баҙарына сығыусы үҙенсәлекле «якорлы» нөктә булыр тип көтөлә. Тәүге резиденттар араһында билдәле «Буринтех» компанияһы ла бар – ул Үзбәкстанда скважиналар быраулау һәм ремонтлау өсөн кәрәкле ҡорамалдар етештереүҙе яйға һалырға ниәтләй.
Киләсәктә Бекабадта заманса етештереү цехтары, уҡыу үҙәктәре, фәнни объекттар һәм күргәҙмә майҙансыҡтары урынлашасаҡ. Иң мөһиме – биләмәлә эшләүселәр өсөн төрлө өҫтөнлөктәр, атап әйткәндә, һалым һәм таможня льготалары ҡаралған.