Унда уйынсыҡтар, уйын ҡорамалдары, яратҡан шөғөл һәм ижад өсөн материалдар етештереүселәр ҡатнаша ала.
Фестивалдә төрлө саралар ҡаралған. Атап әйткәндә,
- «Балаларҙың һайлауы» интерактив уйынында, балалар уйынсыҡтарын, уйындарҙы һәм уҡыу ҡорамалдарының сифатын һәм үҙенсәлеген унда ҡатнашҡан балалар үҙҙәре баһаларға тейештәр;
- Балалар өсөн уйын продукцияһы тармағын үҫтереү буйынса дәүләт программаһын юғары кимәлдә тикшереләсәк;
- Балалар тауарҙары индустрияһының алдынғы етештереүселәренең сығыштары, ғәмәли сессиялар һәм семинарҙар ойоштороласаҡ.
Ассоциация башлығы Антонина Цицулина «Рәсәй игропромының роле, әһәмиәте һәм үҫеш нөктәһе» исемле пленар ултырышында спикер сифатында ҡатнашасаҡ.
Тулыраҡ мәғлүмәт: https://clck.ru/35C6Rz