+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Октябрь 2023, 11:50

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Бөрөлә йәшәүсе Регина Ғәбиҙуллина «Тегеү патриоты» проектын ойошторҙо. 

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Был башланғысты Бөрө районы хакимиәтендә «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» ндә хупланылар. Цехты асыуға Регина Ғәбиҙуллина социаль контракт нигеҙендә 350 мең һум аҡса алған. Цехты муниципаль биналарҙың береһендә урынлаштырыу планлаштырыла.

2022 йылдың октябрендә Регина "Ярҙам кәрәк" төркөмөн ойоштора.  Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул ҡеүәтле ирекмәндәр хәрәкәтенә әүерелә, уға ике меңдән ашыу кеше ҡушыла. Ирекмәндәр 13 гуманитар ылау йыйырға ярҙам итә, улар менән 300-ҙән ашыу посылка тапшырыла. 2023 йылда ҡатын-ҡыҙҙар инициативаһы менән Бөрөлә маскировка селтәрҙәрен эшләү пункттары асыла. Уның етәкселегендә ҡала оҫталары яугирҙәр өсөн йоҡо ҡапсыҡтары, толстовкалар, маскалаттар, балаклавтар һәм башҡа күп нәмәләр тегә башлай. Алғы һыҙыҡтан ғаризалар һаны даими арта. Күберәк кеше, башҡа, сифатлыраҡ ҡорамалдар кәрәк була. Шулай итеп "Тегеү патриоты" проекты барлыҡҡа килгән.

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: