Ҡырҙас урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә, шулай уҡ рус теле һәм әҙәбиәтенә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уятҡан уҡытыусы бишенсе кластан алып мәктәпте тамамлағансы беҙҙең алыштырғыһыҙ класс етәксебеҙ булды.
Тәнзилә апай Ярлыҡап ауылында тыуған. Ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәптән һуң Ҡазан инженер-төҙөүселәр институтына уҡырға инә. Бер йыл уҡығас, оҡшатмай ташлап ҡайтып, Тәпән башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып эш башлай. Һуңынан уны Ташбулат урта мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп күсерәләр.
1972 йылда БДУ-ның филология факультетына уҡырға инә. 1977 йылда диплом ала. Йүнәлтмә буйынса эшкә Буранғол урта мәктәбенә ебәрәләр. Унан һуң Хәлил, Тупаҡ мәктәптәрендә эшләргә тура килә. 1981 йылда Ҡусҡар мәктәбенә күсерелә. Унда завуч, һуңыраҡ директор булып эшләй.
1985 йылдан уҡытыусым эшен Ҡырҙас урта мәктәбендә дауам итә. 2009 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы тырышып уҡыусыларына белем өләшә. Уҡытыу осоронда партойошма секретары, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе була. Башҡорт теле уҡытыусылары конкурстарында еңеүҙәр яулай. 5-11-се кластар өсөн диктанттар һәм изложениелар йыйынтыҡтарын әҙерләп сығара. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында мәҡәләләре баҫыла.
Тәнзилә Рысйән ҡыҙының белем биреү эшендәге фиҙаҡәр хеҙмәте Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы билдәһенә, Рәсәй Президенты грантына лайыҡ була. «Урал батыр» эпосын пропагандалауҙа күрһәткән уңыштары өсөн» тигән республика күләмендәге Маҡтау грамотаһы эйәһе лә ул.
Яратҡан уҡытыусым — дүрт бала әсәһе. Тормош иптәше Ринат Мөҙәрис улы менән ике ул һәм бер ҡыҙ янына балалар йортонан тағы бер ҡыҙ алып, уға фамилияларын биреп, үҙ балалары кеүек тәрбиәләйҙәр. Әлеге ваҡытта ун ейән-ейәнсәргә өләсәй-олатай ҙа улар. Шуларҙың икәүһен үҙҙәре ҡарап үҫтерәләр. Аҙнаға ике тапҡыр Асҡар сәнғәт мәктәбенә йөрөтөп, музыкаль белем алырға ярҙам иттеләр. Өлкән ейәнсәре Ләйлә күп тапҡырҙар республикала ғына түгел, Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара конкурстарҙа ҡылҡумыҙ буйынса еңеүле урындар яуланы.
Уҡытыусы эше тынғыһыҙ. Дәрестәрҙән һуң Тәнзилә апайыбыҙ ғәрәп яҙмаһы түңәрәген етәкләне, ҡыҙыҡһынып өйрәнә инек. Класс етәксеһе булараҡ беҙҙе походтарға ла алып йөрөнө. Арҡайымға, хатта Өфөгә лә алып барҙы ул беҙҙе. Күңелемдә уҡытыусыма, класс етәксемә ҡарата тик йылы хәтирәләр генә һаҡлана. Минең дә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен һайлауым үҙе үк бик күп нәмәләр һөйләй. Ҙур рәхмәт һеҙгә, уҡытыусым!
Розалия БИЛАЛОВА.
Ҡырҙас ауылы.