+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Октябрь 2023, 16:48

Гөлфирәнең еләкле миҙгеле

Уның исеме фарсы теленән «тиңе булмаған сәскә» тигән мәғәнәне аңлата. Ысынлап та, бөтә булмышы менән тиңе булмаған сәскә ише ул. Күңеле лә, йөҙ-ҡиәфәте лә гөл-сәскәләй нәфис, эшендә лә, шәхси тормошонда ла берҙәй өлгөргән, һәр эшкә тилбер, дүрт ир-ат — тормош иптәше һәм өс уланы уратыуындағы иң сағыу гөл — Гөлфирә Хәкимова тураһында булыр һүҙем.

Гөлфирәнең еләкле миҙгеле
Гөлфирәнең еләкле миҙгеле

Гөлфирә Сабир ҡыҙы район балалар ижады йорто педагогы. Тормошҡа ижади күҙлектән баҡҡан остаз «Фантазия» берекмәһендә шөғөлләнгән ҡыҙҙарҙы бәйләм, изолон, фоамиран һәм фетрҙан әйберҙәр эшләү серҙәренә өйрәтә. Ипле һүҙле, тыныс тәбиғәтле, изге күңелле, мөләйем уҡытыусы янына уҡыусылар ҙа күпләп ылыға. Буласаҡ хужабикәләр үҙҙәре өсөн күпме оҫталыҡ ейә бында. Ижади проекттар менән төрлө конкурстарҙа ҡатнашалар. Республика кимәлендә яулаған еңеүҙәре бик күп. Остаздың тырышлығы һәм һөҙөмтәле эше баһаланыуы ҡыуаныслы. Яңыраҡ ҡына ул Башҡортостан Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән билдәләнде.
Героинямдың хеҙмәт юлындағы уңыш-ҡаҙаныштары тураһында тағы ла әллә күпме тәфсирләп һөйләргә мөмкин. Матур, татыу ғаилә булараҡ та Хәкимовтар тик маҡтауҙарға лайыҡ. Ғаилә башлығы Айҙар Салауат улы ла оҙаҡ йылдар район мәғариф бүлегендә эшләй. Аҡыллы, һәләтле улдар үҫтерәләр. Ләкин мәҡәләмдә гүзәл затты икенсе ракурстан — шәп баҡсасы булараҡ асыуҙы маҡсат иттем.
Интернет заманы: кемдең нимә менән йәшәүе, шөғөл-мауығыуҙары донъя селтәренән асыҡ күренә хәҙер. Уҡытыусыларға хас тыйнаҡлыҡмы — Гөлфирә Сабир ҡыҙы шәхси тормошон сәхифәһендә асыҡтан-асыҡ ярып һалып күрһәтеп бармаһа ла, фотолары фонындағы күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр, зауыҡлы ихата күҙгә эленмәй ҡалмай барыбер. Айырыуса быйылғы йәйҙән бер фото иғтибарымды яуланы — баҡса еләге! Фото аҫтындағы «лайыҡ»тарҙан, комментарийҙарҙан күренеүенсә, ул хәтһеҙ кешеләрҙең һоҡланыуын, ҡыҙыҡһыныуын йәлеп иткән. Тиҫтәнән ашыу биҙрә (!) ҡып-ҡыҙыл эре еләктәрҙе, улар артында йылмайған уңғанбикәне яңылыҡтар таҫмаһынан ҡарамай күҙ йомоп үтеп китеү мөмкин дә түгел ине. Шунда уҡ Гөлфирәнең тәмле шөғөлө тураһында гәзиткә яҙырға кәрәк тигән уй тыуғайны ла, ниәтемде яңы саҡ бойомға ашырырға яҙҙы. Көҙ еткәс, еләк мәле үткәс, тимәй тороғоҙ. Хәйер, Хәкимовтарҙың хозур ихатаһына килгәнгә ҡәҙәр үҙем дә шулай тип уйлағайным.
Ике уңған пар килгән — ҡапҡаны асып инеү менән яралған тәү фекерем ҡайтҡансы тамсы ла үҙгәрмәне. Ғаиләнең Асҡарҙың үҙәк өлөшөндәге бынамын тигән йорт-хужалыҡтарын ҡалдырып, Көнсығыш-1 биҫтәһенә күсеүҙәренә бер йыл ғына булыуына ҡарамаҫтан, иҫ киткес итеп төҙөлгән донъяла эшләп бөтөлмәгән бер мөйөштө, буш һалып ҡуйылған остоҡ ер майҙансығын күрмәнем. Өй алдындағы баҡса иртә яҙҙан көҙгө ҡаты ҡырауҙарға тиклем шау сәскәлә ултыра. Бик аҡыллы итеп уйлап, билдәле тәртиптә рәтләп сәселгән гөлдәрҙең берәүҙәре сәскәләрен ҡойоуға икенселәре таждарын аса. Үҫемлектәрҙең холоҡ-үҙенсәлектәрен белгән кеше генә бындай зауыҡлы аҫыл гөл-баҡсаны үҫтерә алалыр. Ишек алдында күпереп үҫкән гортензияларҙың сәскәләре кеше башы хәтлем үк бар. Бай фантазия, эшкә талымһыҙ ҡулдар һәм теләк булһа, йәшәгән урыныңды ожмах баҡсаһына әүерелдереү өсөн бер ниндәй ҙә махсус ялланған ландшафт дизайнерҙары кәрәкмәй.
— Яңы биләмәбеҙҙе өс йыл элек йәшелләндерә башланыҡ. Әлбиттә, был бер минең генә хеҙмәтем түгел. Баҡсаны ҡаҙыу, түтәлдәрҙе ашлау, сәсеүгә әҙерләү, һыу һибеү эштәрендә ир-егеттәремдең ярҙамы ҙур. Үҙаллы тормош ҡорғас та, Айҙар менән баҡсасылыҡҡа ихлас тотондоҡ. Шәхси йортта йәшәп ихатала сиҙәм үҫтермәйһең инде тип мин әйләнә-тирә-беҙҙе гөл-сәскәгә күмергә тырыштым. Шуға күрә хәҙер Йәштәр урамындағы хужалығыбыҙҙа ихата тулы сәскәләр үҫә, баҡсабыҙ мул емеш-еләк уңышы менән һөйөндөрә, картуфты ла шунда сәсәбеҙ. Ике йорт араһында йүгереп йөрөп донъя көтәбеҙ, — ти хужабикә.
Гөлфирә Сабир ҡыҙының иң ҙур мауығыуы — баҡса еләге үҫтереү. 16 йыл еләк менән шөғөлләнәм, ти үҙе был хаҡта. Башта балалар өсөн бәләкәй генә түтәлдән башланған эше хәҙер ғаилә бизнесына әүерелгән. Бөгөн уларҙың өй янындағы еләклеге кәм тигәндә алты сутый ерҙе биләй. Һәм шуныһы хайран ҡалырлыҡ — көҙ үҙ хоҡуҡтарына инеп, көндәр һалҡынайтып, яуынлап торғанда ла, түтәлдәрҙә һаман еләктәр ҡыҙарыша. Уларҙың эрелеге, суҡлығы!
— Беҙҙең климат шарттарына яраҡлы, ҡышҡы һыуыҡтарға бирешмәгән, мул уңыш биргән районлаштырылған еләк сорттарын табып алғанға тиклем күп төрлөләрен һынаным. Бөтәһе 40-тан ашыу сорт үҫтереп ҡарағанмындыр. Уларҙы почта аша ла яҙҙырҙым, ҡала мәрйәләренән «мыйыҡтар» һатып алып та үрсеттем. Һәм иң оҡшағандарын күбәйттем. Башлыса ремонтант сорттарға өҫтөнлөк бирәм. «Мурано», «Сан Андреас», «Елизавета», «Вивара», «Мальга» сорттарын үҫтерәм. Улар йәй буйы, хатта көҙгөһөн ныҡ һыуыҡтар төшкәнгә тиклем мул уңышы менән һөйөндөрә. Традицион сорттарҙан, йәғни еләк осоронда уңыш биреүсе еләктәрҙән, ваҡыт менән һыналған иң эре һәм татлыларын — «Гигантелла», «Максим», «Рубиновый кулон»ды оҡшаттым, — тип еләк плантацияһы буйлап экскурсияға алып китте Гөлфирә Хәкимова.
Әле лә шау еләктә ултырған ремонтант сорттарҙың емешен ауыҙ итергә лә яҙҙы. Тәмле! Еләкте ашауы ғына кинәнес, ә уға тиклемге тәрбиәһе байтаҡ һәм ҡатмарлы булыуын яҡшы беләм. Ҡаршымда торған еләк кеүек ҡатындың ошондай ҙур хеҙмәтте башҡарыуына һоҡланып төбәләм.
— Еләк үҫтереүгә ижади күҙлектән ҡарайым. Матур, һоҡланғыс бит! Был эш мине дәртләндерә, илһамландыра, ҡомарландыра. Шулай булмаһа, бер бәләкәй түтәлдән тотош участканы тултырып еләк үҫтермәҫ инем. Өҫтәүенә еләккә хаҡ бар, ғаилә бюджетына килгән килем һиҙелерлек. Картуф үҫтереп һатҡансы, еләк менән шөғөлләнеү отошлораҡ, минеңсә. Һәм был шөғөл күптән беҙҙең ғаиләнең миҙгелле бизнесына әйләнде. Икебеҙ ҙә мәғариф системаһында эшләгәс, отпуск ваҡыты йәйгә тура килә. Бөтә ғаилә менән баҡса эшендә ҡайнайбыҙ. Малайҙарҙың да каникулдары файҙалы үтә. Еләкте Магнитогорскиҙа даими һатып алыусыларыбыҙ бар, — тип һөйләүен дауам итә героиням.
Еләктәр тәгәрәп уңырлыҡ шарттар ҙа булдырылған Хәкимовтарҙың баҡсаһында. Йыл һайын яҡшы уңыш алыр өсөн үҫентеләрҙе яңыртып, йәшәртеп тороу зарур. Бынан тыш ваҡытында ашлау, һыу һибеү, мыйыҡтарын өҙөү ҙә кәрәк. Гөлфирә Сабир ҡыҙы етәкселегендәге ир-егеттәр командаһы был бурыстарҙы теүәл башҡара. Һатыуға үҫтерелгән емештең тауар күренеше лә мөһим. Еләктәр ауырлыҡ йыя башлаһа, һабағының көсө етмәй ергә ятыусан. Ергә тейгәне бысрана, серей башлай. Ошондай эҙемтәләрҙән ҡасып, тиҫтә йылдан ашыу уңышты махсус агрояпма өҫтөндә үҫтереү тәжрибәһе менән файҙаланалар: ҡый ҙа үҫмәй, артыҡ мыйыҡтар ерегеп тамыр ебәреп ыҙалатмай. Ә ерҙе туҡландырыу мәсьәләһенә килгәндә, тәбиғи ашламаларҙы ҡулланалар, тупраҡты тиреҫ менән ҡатнаштыралар, иҫке үлән-япраҡтарҙан компост әҙерләйҙәр. Еләк рассадаларын үрсетеү өсөн Айҙар Салауат улы ҡатынына ҙур итеп теплица ла эшләп биргән.
Күптәр хәҙер мал көтмәй, шуға күрә балаларға хеҙмәт тәрбиәһе биреүҙә, эшкә өйрәтеүҙә иң яҡшы сара — баҡса булыуын билдәләй Гөлфирә әсәй булараҡ. Матур, тәрбиәле баҡса хатта ир балаларҙа ла яҡшы зауыҡ тәрбиәләй, ти ул улдары миҫалында. Медицина университеты студенты булған өлкәндәре Илдар ҡайҙа барһа ла, баҡса дизайнына иғтибар итә икән. Уртансы улдары Арсландың мәктәп яны участкаһында тиҫтерҙәренән эш рәтен белеүе менән айырылып тороуы тураһында класс етәксеһенән маҡтау һүҙҙәре ишетеүен «өйрәнгәне — үҙенә» тип баһалай. Егеттәрҙе дәртләндереүсе шәп стимул да бар. Емеш-еләк йыйып һатып үҙҙәренә кеҫә аҡсаһы эшләйҙәр. Уның ҡарауы ҡарағат, ҡурай еләгенең бөртөгө лә ҡойолоп түгелеп ултырмай. Ағайҙарынан күрмәксе, 3-сө класҡа барған Ислам да көрәк, тырма менән эшләргә өйрәнә, үҙенә ҡушылған бурыстарҙы еренә еткереп үтәй.
Ояһында ни күрһә — үҫкәнендә шул булыр, ти халыҡ аҡылы. Бөтә ғаиләһенә һүҙҙең яҡшы мәғәнәһендә «баҡса ауырыуын» йоҡторған Гөлфирәлә, хатта алма ла үҫмәгән ҡырыҫ тәбиғәтле урман төбәге ҡыҙында, был башланғыс ҡайҙан тип һорарһығыҙ. Әлбиттә, ғаиләнән.
— Буранғолда ҡыяр-помидор ҙа үҫтереп булмай. Ә минең атайым — Сабир Әхәт улы мул ғына уңыш ала торғайны. Хәҙерге һымаҡ поликарбонат менән көпләнгән теплицалар ҙа юҡ ине ул мәлдә. Полиэтилен ҡатып, уныһы ҡояшҡа ашалып, йә елгә йыртылһа, йәй эсендә икене ябып, үҙе эшләгән теплицала йәшелсәләр үҫтереп ашатты. Емеш ағастарын да үҫтереп маташты. Ғөмүмән, беҙҙең Заһитовтар нәҫелендә барыһы ла баҡса үҫтереүгә айырым һөйөү менән ҡарай тиһәм яңылыш булмаҫ. Шамил апамдың баҡсаһы дан ине. Өфөлә йәшәгән Сәүҙә инәйемдең баҡсаһындағы идеаль тәртип миндә гелән һоҡланыу тыуҙыра торғайны. Ул Буранғолға күсеп ҡайтып ике-өс йыл нәмә сәсеп ҡыяланды ла, ҡырыҫ тәбиғәт шарттарына түҙмәй, кире баш ҡалаға китте. Атайым мәрхүм булғас, баҡса эштәрен әсәйем үҙ ҡулына алды, — ти ул баҡсасылыҡ тамырҙарын барлап.
Гөлфирә менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙән шуларға төшөндөм: баҡсала эшләүҙең файҙаһы ҙур, ул ауыр уйҙарҙан арындыра, организм өсөн саф һауала бик шәп физзарядка ла (героинямдың һом-ғоллоҡ сере бына ҡайҙан икән?!), иртәнсәк тороп сығыуға тажын асҡан остоҡ ҡына сәскә лә яңы көнгә иҫ киткес яҡшы кәйеф көйләй, изге эштәргә әйҙәй.
Һәр яҡтан матурлыҡҡа, камиллыҡҡа ынтылған егәрле, тырыш Гөлфирә Сабир ҡыҙының ялт итеп торған өйөндә сәй менән дә һыйландым әле, еләк бәлештәренә ҡушып. Хужабикә аш-һыуға ла бик тәрбиәле. Өҫтәлде йәмләгән баҡсанан әле генә өҙөп индерелгән емеш-еләк араһында виноград та булыуы хайран итте. Кем белә, киләсәктә, бәлки, йөҙөм үҫтереүгә лә ныҡлап тотонорҙар...
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Автор:
Читайте нас: