-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Ноябрь 2023, 18:10

Беренсе бул!

Рәсәйҙә өр-яңы ойошма барлыҡҡа килде. Ул «Беренселәр хәрәкәте» тип атала. Балалар һәм йәштәр ойошмаһына иң әүҙем, һәләтле ҡыҙҙар һәм малайҙар тупланасаҡ. Рәсәй Федерацияһы Президенты В. Путин ярҙамында булдырылған хәрәкәттең маҡсаттары ҙур. Иң мөһиме, «Беренселәр хәрәкәте» бөтә ил балаларын һәм йәштәрен берләштереүҙе күҙ уңында тота.

Беренсе бул!
Беренсе бул!

Быйыл беҙҙең районда «Беренселәр хәрәкәте»нең урындағы бүлексәһе асылды. Хәрәкәт балаларҙың һәм йәштәрҙең ялын дөрөҫ ойоштороуға, һәләттәрен үҫтереүгә һәм илһөйәрлек рухын тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Бүлексә белгестәре Розалия Сафина менән Алгиз Фәйзуллин йәш быуын вәкилдәрен был хәрәкәткә йәлеп итеү буйынса эш башланы.
Район мәктәптәрендә «Беренселәр хәрәкәте» исемле тәүге бүлексәләр булдырылды. Балаларҙы һәм йәштәрҙе ойошманың эшмәкәрлеге, йүнәлештәре менән таныштырыу буйынса эш алып барыла.
«Беренселәр хәрәкәте» барлығы 12 йүнәлеш буйынса мөһим проекттарҙы һәм программаларҙы ғәмәлгә ашыра. Мәғариф һәм белем, фән һәм технологиялар, хеҙмәт, һөнәр һәм үҙ эшең, мәҙәниәт һәм сәнғәт, ирекмәнлек, илһөйәрлек һәм тарихи хәтер, спорт, сәләмәт йәшәү рәүеше, медиа һәм коммуникациялар, дипломатия һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр, экология һәм тәбиғәтте һаҡлау, туризм һәм сәйәхәт йүнәлештәрен үҙ эсенә ала.
— Был хәрәкәт маҡсатҡа ынтылышлы егет-ҡыҙҙарҙы ирекмәнлеккә, белем биреү, ижади, спорт проекттарына йәлеп итәсәк, – ти Розалия Радик ҡыҙы. — Балалар сит-яттар тәрбиәһе, насар шауҡымға бирелмәһен өсөн уларҙы пионерия кеүек рухлы, идеялы ойошмаға туплау мөһим.
Уҡыу йылы яңы башланһа ла, уҡыусылар менән ҡыҙыҡлы саралар үткәрергә өлгөргәндәр. Т. Кусимов исемендәге гимназияла, 1-се Асҡар һәм Байым урта мәктәптәрендә «Тарихты һаҡлаусылар» проекты буйынса һәйкәлдәр янына почетлы караул ҡуйғандар, эргә-тирәһен тәртипкә килтереп, өмә уҙғарғандар. Күп мәктәптәрҙә «Тәүге ярҙам» күрһәтеү буйынса тематик дәрестәр үткән. Видеография буйынса оҫталыҡ дәресе лә балалар өсөн бик ҡыҙыҡ булған, күптәр үҙҙәрен һынап ҡараған.
Тәүге уңыштар ҙа бар. Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡыусыһы Руфина Сәғәҙәтова үҙенең проекты менән Ижевск ҡалаһында уҙған Бөтә Рәсәй «МедиаЛаборатория» форумында ҡатнашыу мөмкинлеге алған. Балалар биш көн дауамында федераль спикерҙарҙан белем эстәп, профессионалдарҙан тәжрибә оҫталығын үҙләштергән. Руфина команда менән берлектә «Медиалаборатория» форумында «Иң яҡшы социаль ролик» номинацияһында беренсе урын яулауы оло еңеү булды.
Тап ошондай проекттар йәш таланттарға берләшергә, иң яҡшы сифаттарын күрһәтергә мөмкинлек бирә. Балалар хәрәкәт тарафынан ойошторолған акцияларҙа ҡатнашасаҡ, үҙҙәре теләгән төрлө проекттарҙы бойомға ашырасаҡ. Ойошманың эшмәкәрлеге буш ваҡытты файҙалы итеп үткәреүгә, төрлө яҡлап үҫеш өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыуға, шулай уҡ балаларға һөнәри йүнәлеш биреүгә йүнәлтелгән. Хәрәкәткә 6-17 йәшлектәр ҡушыла ала.
— Сентябрь аҙағы – октябрь башында район мәктәптәре буйлап йөрөйбеҙ, иң әүҙем уҡыусыларҙы туплап, һәр белем усағында совет ойошторасаҡбыҙ, — тине Розалия Радик ҡыҙы эш планы менән уртаҡлашып. — Ошо арала 1-се Асҡар урта мәктәбендә эко-квест уҙғарасаҡбыҙ, ул экология, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау темаһына арналасаҡ. Ата-әсәләрҙе лә йәлеп итеп, балалар менән бергә тәрбиәүи сара ойошторорға ниәтләйбеҙ.
Йәш быуынды тәрбиәләү, яҡшы сифаттар үҫтереү маҡсатында булдырылған «Беренселәр хәрәкәте»нә уңыштар!
Динара САФИУЛЛИНА.

Автор:
Читайте нас: