+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Ноябрь 2023, 14:00

Талмаҫ ҡанаттар ҡуйыусы

Эш тип янған ысын уҡытыусы булыу өсөн махсус белем алыу ғына етмәй, һәләт тәбиғәттән бирелергә тейеш. Таһир Кусимов исемендәге гимназияның инглиз теле уҡытыусыһы Лениза Ғәйзуллина — уҡыусыларҙың яҡын дуҫы ла, остазы ла.

Талмаҫ ҡанаттар ҡуйыусы
Талмаҫ ҡанаттар ҡуйыусы

Уҡытыусы булыу теләге Ленизала мәктәпкә уҡырға барған беренсе көнөндә үк тыуа, сөнки атаһы яғынан барыһы ла тиерлек педагогтар. Телевизорҙан күргән сит ил кешеләренең һөйләмен аңларға теләү һәм инглиз телендә яҙылған төрлө яҙыуҙарҙы уҡып, русса, башҡортсаға тәржемә итеүҙәр сит телдәр уҡытыусыһы булыуға этәрә.
— Алдымда киләсәктә кем булырға тигән һорау торманы ла, сөнки миңә атайым менән олатайым өлгө булды. Атайым башҡорт теленән уҡытты, ә олатайым ғүмер буйы башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләне. Бала сағымда сит ил йырҙарын тыңлау бик ҡыҙыҡлы булды, мин уларҙы шул уҡ интонация, әйтелеш менән йырларға тырыштым. 5-се класта был фәнде өйрәнә башлағас, мин үҙ тормошомдо инглиз теле менән бәйләргә теләүемде аңланым, — ти ул.
Гусев урта мәктәбендә туғыҙ йыл белем алғандан һуң, ата-әсәһе райүҙәккә йәшәргә күсеү сәбәпле, Таһир Кусимов исемендәге гимназияла уҡыуын дауам итә. Белем усағын көмөш миҙалға тамамлай, әйткәндәй, тырыш ҡыҙ спортта ла, уҡыуҙа ла һынатмай. Волейбол уйнай, мәктәп, район кимәлендәге олимпиа-даларҙа һәр ваҡыт уңышлы сығыш яһай. Инглиз теленә ҡыҙыҡһыныуы йылдан-йыл арта бара, 11 класты тамамлағас, БДИ-нын уңышлы тапшырған ҡыҙ, БДУ-ның инглиз-француз бүлегенә уҡырға юллана ул.
Студент йылдарында Бөйөк Британия илендә мәғариф агентлығында тәржемәсе булып эшләп ҡайтыу бәхете тәтей уға. «Инглиздәр яғымлы, мөләйем, үҙ-ара татыу йәшәүсе халыҡ. Улар конфликтҡа инергә тырышмайҙар, сит ил кешеләренә ҙур хөрмәт менән ҡарайҙар», — тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Лениза.
БДУ-ны ҡыҙыл дипломға тамамлағас та, Өфө ҡалаһында дүрт йыл тәржемәсе булып эшләй ул. Сит ил кешеләре менән аралашырға, төрлө текстарҙы һәм документтарҙы тәржемә итергә, төркөмдәрҙе Мальтаға, Англияға оҙатырға тура килә. Шул йылдарҙа Өфө егете Илдар менән ғаилә ҡоралар.
— Ата-әсәй ҙә Әбйәлилгә саҡырғастары тыуған яҡҡа ҡайтып, улар ярҙамы менән Дауыт ауылында өй һалдыҡ. Ике улыбыҙ, бер ҡыҙыбыҙ бар, — тип бәйән итте Л. Ғәйзуллина шәхси тормошо хаҡында.
2015 йылда юғары белемле уҡытыусы тыуған гимназияһында педагог-ойоштороусы булып эш башлай. Тырыш, дәртле йәш ҡыҙға инглиз теленән дәрестәр ҙә бирәләр, шунан бирле ул ошо белем усағында уҡыта. Лилиә Энгельс ҡыҙы, Әминә Хисмәтулла ҡыҙы, Ғәйниә Васил ҡыҙы йәш уҡытыусыға остаздар була, уҡыусылар күңеленә асҡыс табырға ярҙам ҡулы һуҙа.
Бөгөн иһә Лениза Нил ҡыҙының дәрестәрен уҡыусылары яратып көтөп ала. Фәнен яҡшы белгән һәм уҡыусыларға уны ҡыҙыҡлы, аңлайышлы итеп бирә алған, үҙе талапсан, үҙе йомшаҡ күңелле уҡытыусыны нисек хөрмәт итмәйһең? Ә Лениза Нил ҡыҙы һәр уҡыусыһының хәлен аңлай, уны күрә, белә торған педагог. Йәш педагогтың төп маҡсаты – уҡыусыларҙа инглиз теле буйынса белем сифатын күтәреү. Сит телде юғары кимәлдә белһендәр өсөн ул дәрестәрендә уҡыусыларҙы күберәк инглиз телендә үҙ-ара диалог ҡорорға, аралашырға өйрәтә, телдән һөйләүҙе үҫтерергә тырыша. «Заманаһы шундай — көндән-көн үҫешәбеҙ, техника ныҡ алға киткән заманала йәшәйбеҙ. Инглиз теле халыҡ-ара тел булараҡ йәш, үҫеп килеүсе быуынға кәрәк буласаҡ», — ти ул.
Уңыштары ла ҡыуандырырлыҡ йәш мөғәллимәнең. Уҙған уҡыу йылында ике уҡыусыһы БДИ-ны юғары балдарға тапшырған. Был иһә уҡыусыларҙың ғына түгел, уҡытыусының да үҙ эшенә яуаплы ҡарай белеү, тырышлыҡ һөҙөмтәһе. Инглиз теле серҙәренә төшөндөрөр өсөн төрлө заманса технологияларҙы ҡуллана. Уҡыусылары төрлө ижади конкурстарҙа, бәйгеләрҙә ҡатнаша, призлы урындар яулай.
«Йыл уҡытыусыһы – 2022» һөнәри конкурсында район этабында еңеп, республикала тәүге ун уҡытыусы исем-легенә инде Лениза Нил ҡыҙы.
— Март айында республика кимә-лендә район намыҫын яҡлау бәхете тейҙе. 100-ләгән кеше ҡатнашты ул конкурста. Тәүге этапта онлайн-платформа аша педагогик һәләттәрҙе, икенсе этапта асыҡ дәрес күрһәттек. Бында иһә күп ҡатнашыусылар бәйгенән төшөп ҡалды, 20 финалист ҡалдыҡ. Өсөнсө этапта мастер класс күрһәттек, һуңғы этапта коллегаларыбыҙға дәрестәрҙә ҡулланған тәрбиәүи алымдар менән тәжрибә уртаҡлаштыҡ. Һуңғы этапта биш кенә уҡытыусы ҡалдыҡ һәм мин мастер класта башҡорт, рус, инглиз телдәренең уртаҡлығы хаҡында бәйән иткәнгә күрә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының Рәхмәт хатына лайыҡ булдым, — ти ул.
Әйткәндәй, «Йыл уҡытыусыһы» бәйгеһендә Лениза Ғәйзуллинаны жюри ағзалары төп дәүләт имтиханын һәм берҙәм дәүләт имтиханын баһалау буйынса эксперттар комиссияһына уҡырға саҡырған. Быйыл көҙгөһөн ул ошо өлкәлә белемен камиллаштырырға Өйфөгә юлланасаҡ.
Бынан тыш быйыл йәй Мәскәүҙә үткәрелгән XVI педагогик съезда ҡатнаша. Бында ул хәрби-патриотик тема буйынса сығыш яһай. Таһир Кусимов исемендәге гимназияла булдырылған Юнармия, Шайморатов класы, «Кусимов тоҡомдары» ойошмаһы, белем усағының музейы хаҡында бәйән итә. Тағы ла райондың йәш уҡытыусылары командаһы составында Сибайҙа үткәрелгән «СОТЫ» марафонында ҡатнашып, «Перспективалы ҡараш» номинацияһында еңеү яулайҙар улар.
«Уҡытыусы эше еңел түгел, әммә бөтә күңелеңде һалып эшләгән осраҡта, ҙур еңеүҙәргә өлгәшергә мөмкин. Хәҙер мин бер ҡасан да бирешмәҫкә, мәғариф ҡуйған юғары һынауҙарҙы лайыҡлы үтергә тигән маҡсат ҡуйғанмын. Киләсәктә «Йыл уҡытыусыһы» конкурсының лауреаты булырға тигән хыял бар, үҙемде тағы ла һынап ҡарағым килә. Һис шикһеҙ, шул ваҡытта ғына башымды юғары күтәреп, «минең һөнәрем — уҡытыусы» тип әйтә алырмын һәм был ғорурлыҡ булып яңғырар, тип уйлайым», — тине Лениза Нил ҡыҙы һүҙ аҙағында.
Гөлфиә ХӘСӘНОВА.

Автор:
Читайте нас: