-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Ноябрь 2023, 16:38

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Районыбыҙҙың һәр кешеһе Украинала барған ҡораллы низағтарға битараф түгел. Һәр кем хәленән килгәнсе үҙенең ярҙамын өләшә.

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!


Гусев ауылында ла һалдаттарға ярҙам йыйыу әүҙем алып барыла, был йәһәттән куратор Фәрүәз Ҡужинаның тынғыһыҙ хеҙмәтен баһалап китеү зарур. Бөгөнгө көнгә тиклем Валерий Шунин (әйткәндәй, уның улы махсус хәрби операцияла) бер бидон бал килтергән, Суховтар ғаиләһе бәйләнгән ойоҡбаштар һәм бейәләйҙәр, аҡсалата ярҙам күрһәткән. Эшҡыуарҙар Заһир Дәүләткирәйев - 12, Гөлсинә Һиҙиәтова 5 пар итек алып килгән. Азат Әхмәдйәнов, Рәмис Вәлиев һалдаттарҙы көнкүреш кәрәк-яраҡтары менән тәьмин иткән. Бынан тыш, Фәрүәз Зекериә ҡыҙы етәкселегендә ауыл хакимиәте бинаһының икенсе ҡатында көн һайын иртәнге 10-дан 12-гә тиклем һалдаттарға өсбармаҡтар бәйләү ойошторолған.

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: