-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Ноябрь , 16:30

Күп яҡлы талант эйәһе

Уҡытыусы — тормошҡа юл күрһәтеүсе бөйөк кеше. Уҡытыусы һөнәрен һайлап барлыҡ булмышыңды уҡыусыларға белем бирергә, тәрбиәләүгә бағышлау — ҙур бәхеттер ул. Бөгөн һүҙ ошондай һәләтле педагогтарҙың береһе — Тал Ҡусҡары ауылынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г. Н. Ниғмәтуллина тураһында булыр.

Күп яҡлы талант эйәһе
Күп яҡлы талант эйәһе

Рәсимә һәм Низам Ҡаһармановтарҙың күп балалы ғаиләһендә иң кесеһе булып донъяға килә ул. Иркә генә булып үҫһә лә үҙе эшсән, үткер, йор һүҙле, талапсан. Тыуған ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Магнитогорск педагогия училещеһына башланғыс кластар уҡытыусыһы бүлегенә уҡырға инә. Дипломлы йәш белгес Силәбе өлкәһе Верхнеурал районында Бәләкәй Боғаҙаҡ мәктәбендә уҡытыусы һәм мөдир булараҡ хеҙмәт юлын башлай. Йүнәлтмәнең мөҙҙәте үткәс, «тыуған ер, тыуған тупраҡ үҙенә тартып тора» тигәндәй, күңеле тыуған ауылының мәктәбенә алып ҡайта.
Үҙгәртеп ҡороу осоронда — 1990 йылда тәү башлап 6 йәшлектәрҙе ала. Уҡытыусы булыу менән бер рәттән педагог-ойоштороусы, тәрбиәүи эштәр буйынса, унан һуң уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. 2009 йыл «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» район конкурсының лауреаты була Гөлниса апай.
«Шау-гөр килеп эшләп йөрөгәндә уҡыусылар һаны кәмегәс, мәктәптә уҡытыусылар һанын әҙәйтеп, эшһеҙ ҡалдым», — тип һөйләй Г. Ниғмәтуллина.
Тынғы белмәгән Гөлниса Низам ҡыҙы артабан ауыл китапханаһында эшләй. Сос, етеҙ, егәрле булыуы менән ауылда ғына түгел, тирә-яҡта ла дан тота. Ун ике йыл ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, Гусев ауылы биләмәһе депутаты булараҡ һәр сараның уртаһында ҡайнай, сараға сценарийҙарҙы ла оҫта яҙыусы, шиғырҙар ҙа ижад итә ул.
Гөлниса Низам ҡыҙының тормошо бай йөкмәткеле. Уның мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендәге хеҙмәте бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары менән билдәләнгән. Дипломдарының иҫәбе-һаны юҡ, шул иҫәптән ижади һәләтле шәхес тә. Республика кимәлендә «Һандыҡ-шоу» конкурсында һәм «Лаҡап» этник-фольклор конкурсының бәйгеһендә икенсе урындар яулаған, «Китап FOLK» конкурсында шиғыр ижад итеп, икенсе урын алған. «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» бәйгеһендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хатына лайыҡ булған.
Бөгөнгө көндә махсус операцияла ҡатнашҡандарға гуманитар ярҙам ойоштороуҙа, «Айыҡ ауыл», «Сәләмәт ауыл», «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамдары, төрлө мәҙәни саралар, экологик өмәләр ойоштороусы ла. Барлыҡ сараларҙы, өмәләрҙе башлап ойоштороп йөрөүсе булараҡ, ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанған.
Ихатаһы, өйө гөл-сәскәгә күмелгән, заманса матур итеп йыһазландырылған, йорт-ҡура тулы мал-тыуар, һәр ерҙә бөхтәлек, таҙалыҡ. Шулай матур көтә донъяны һәр ерҙә лә өлгөр хужабикә.
Улы Тимур һәм ҡыҙы Гөлфиә оло тормош юлына аяҡ баҫҡандар, икеһе лә юғары белемле. Балаларын һәм туғандарын мул табыны, йылы аштары менән ҡаршы алып, изге доғалары менән оҙатыусы ла ул. Балалары өсөн өҙөлөп торған әсәй, ейәненә талапсан һәм хәстәрлекле өләсәй.
Байтаҡ йылдар үтһә лә, быйыл уҡытыусылар сафына кире баҫа: Рауил мәктәбендә эш башлауын оло бәхеткә һанай Гөлниса Низам ҡыҙы.
— Уҡытыусы һөнәре ауыр булһа ла, уҡытыусы ул минең булмышым, бала саҡ хыялым, — ти ул. Еңел булмаған эшендә уңыштар, яңы үрҙәр яулауын теләп ҡалабыҙ.
Г. СОЛТАНОВА.

Автор:
Читайте нас в