+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Ноябрь 2023, 11:30

Дәүләттәрҙең өлөшө

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарға гуманитар ярҙам йыйыуҙа дәүләттәр берҙәмлек күрһәтте.

Дәүләттәрҙең өлөшө
Дәүләттәрҙең өлөшө

– Һалдаттарға сираттағы гуманитар конвой юлланасағын ишеткәс, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы булараҡ, битараф ҡала алманым. Ярҙам йыйыу тураһында мәғлүмәтте ауылдың бөтә чаттарына яҙып сыҡтым. Халыҡ уны күтәреп алып, хәленән килгәнсә ярҙам күрһәтте, – ти мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәзифә Солтанова.
Китапханасы Ләйсән Әлтәпова маскировкалау селтәре үрәйек тип тәҡдим иткәс, был турала ла социаль селтәрҙәргә иғлан ҡуялар. Йыйылған аҡсаның бер өлөшөнә сетка һәм тауар һатып алғас, ҡатын-ҡыҙҙар эшкә тотона. Тауар менән Яңауылдан Гәүзәрә Мөхәмәтйәрова ла ярҙам итә. Екатерина Ғәлекәева тегеүҙән ҡалған ҡырҡындыларын алып килә.
Ауыл Советына яңы һайланған депутаттар ҙа ярҙам ҡулы һуҙа, аҡса йыйыуға үҙ өлөшөн индерә. Азат Ғәлиуллин, Ислам Сәлихов маскировкалау селтәрен үреүгә округтарынан әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарҙы йәлеп итә. Ҙурҙан ике сетка үреү байтаҡ көс һәм ваҡытты ала. Көн дә эшкә йөрөгән кеүек ихлас ҡатнашҡан заттарҙы ла билдәләп үтте Нәзифә Зәйнетдин ҡыҙы. Бына улар – Фәриҙә Нафиҡова, Мәүлиҙә Камалова, Әлфиә Зверева, Сәлимә Фәйзуллина, Гөлфинә Торғонбаева, Гөлзифа Мырҙина, клуб һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре.
Гуманитар ярҙам йыйғанда шәхси гигиена кәрәк-яраҡтарына һәм йылы кейемдәргә өҫтөнлөк бирә дәүләттәр. Ауыл халҡы һабын, йыуғыс, теш пастаһы, таҫтамал, крем, кофта, майка, ойоҡ кеүек әйберҙәр тапшырған. Людмила Шошина йөн ойоҡтар бәйләп килтергән.
Бөтәһе 81 мең һум аҡса йыйылған. Альбина Прыткова – 5, Лилиә Хәйруллина, Әнисә Намаҙбаева, Зәйтүнә Береснева, Ләлә Мәжитова, Ринат Хәйретдинов 2-шәр мең һум аҡса күсергән. Әйткәндәй, февраль айында ла дәүләттәр хәрбиҙәргә 80 мең һум йыйып биргән.
Быйыл Дәүләттә асылған “Пятерочка” магазины ла ситтә тороп ҡалмаған. Динир Әбүбәкеров етәк- ләгән коллектив үҙ сиратында “Изгелек кәрзине” ойошторған. Йыйылған әйберҙәрҙе район үҙәгенә алып килеүҙә транспорт менән депутат Азат Ғәлиуллин булышлыҡ иткән.
Г. ФӘТХУЛЛИНА.

Автор:
Читайте нас: