+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Ноябрь 2023, 11:05

Шат тауыштар тынмаһын!

Бынан 11 йыл элек, 2012 йылдың февралендә, Геологоразведкала балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асҡайны. Ошо йылдар эсендә балалар баҡсаһы ҡыҫҡа ғына юл үтеп, ижади эҙләнеүҙәр, педагогик тәжрибә туплап нығынған. Көндәлек тырыш хеҙмәт, хәстәрлектәр менән тулы тормош юлы уҙылған.

Шат тауыштар тынмаһын!
Шат тауыштар тынмаһын!

Тарихҡа күҙ һалһаң, Геологоразведка ҡасабаһында балалар баҡсаһы булған, тик 1994 йылда ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында бинаға ут тоҡанып, ул янып бөтә. Урындағы халыҡ, ата-әсәләрҙең һорауы буйынса, 2012 йылда өр-яңынан балалар баҡсаһы төҙөлә. Бинаны төҙөр өсөн республика бюджетынан 6,5 миллион һум аҡса бүленә. Ул, һис шикһеҙ, ул ваҡытта ла, әле лә районда иң матур, заманса йыһазландырылған балалар баҡсаһының береһелер. Был иркен, яҡты, иң мөһиме йылы бинаға сабыйҙарҙың ҙур теләк менән йөрөмәүе мөмкин түгел. Күл буйында урынлашҡан балалар баҡсаһын, исеме есеменә тура килһен өсөн “Аҡсарлаҡ” тип атағандар. 50 балаға иҫәпләнгән баҡсала 11 хеҙмәткәргә эш урыны булдырылған. Бөгөн балалар баҡсаһына Күсем руднигы, Зеленая Поляна, Ташбулат, Геологоразведка һәм Күсем ауылдарынан кескәйҙәр йөрөй.
Учреждениела мөдир, өс тәрбиәсе, ике тәрбиәсе ярҙамсыһы, музыкаль етәксе, ашнаҡ- сылар, хужалыҡ эштәре мөдире, ҡарауылсы эшләй. Улар барыһы ла үҙ эшен мөкиббән башҡарған хеҙмәткәрҙәр.
– Әлбиттә, кемдәр шишмә башында торған – уларға бөгөн рәхмәт әйтәбеҙ. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы асылғас та, Мәҙинә Мөхәмәт ҡыҙы Солтанова мөдир булараҡ эш башлаған. Ул ҡасандыр Яҡтыкүл балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып хеҙмәт иткән һәм был учреждениеға мөдир итеп күсерелгән. Фәҡәт ул йәш белгестәрҙе берләштереп, көслө, ныҡлы коллектив ойоштор- ған, балалар баҡсаһында балаларға донъяны танып-белергә, матурлыҡты күрә белергә, сәләмәтлекте нығытырға ярҙам итеүсе бер фекерҙә булған тәрбиәселәр йыйған. Тап уның етәкселегендә балалар баҡсаһы күҙгә күренеп үҙгәрә: матди-техник база туплана, кескәйҙәр өсөн тулы мөхит булдырып, уларҙың тормошон тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ һәм байыраҡ итеү өсөн күп көсөн һала. Мәҙинә Мөхәмәт ҡыҙы мәғариф өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләгәндән һуң, быйыл хаҡлы ялға китте, – тип бәйән итте сентябрь айында ғына мөдир итеп тәғәйенләнгән Азалия Ҡараҡаева.
Азалия Рәшит ҡыҙы балалар баҡсаһы асылғандан алып тәрбиәсе булып эшләгән. Үҙ эшенә яуаплы ҡарағаны, компетентлы, хәстәрлекле һәм әҙәпле булғаны өсөн уны коллегалары ла, ата-әсәләр ҙә хөрмәт итә, бушҡа ғына уға бындай ауыр ҙа, яуаплы ла вазифа йөкмәтелмәгәндер.
“Аҡсарлаҡ”та заманса программалар, инновацион технологиялар ҡулланып, һөнәре буйынса оҫта булған тәрбиәселәр эшләй. Коллектив алдынғы алымдарҙы ҡуллана, профессиональ йәһәттән үҫешә, федераль дәүләт белем биреү стандартын тормошҡа ашырыу өсөн тейешле шарттар булдыра.
Педагогик хеҙмәт стажы 15 йылдан күберәк иҫәпләнгән Римма Латипова районда алдынғы ҡарашлы тәрбиәселәрҙең береһе. 1990-1994 йылдарҙа Геологоразведка мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының мөдире лә булып эшләгән ул. Ауылда эш булмау сәбәпле, һөнәрен дә үҙгәртергә тура килә, әммә кескәйҙәргә булған һөйөү уны кире балалар баҡсаһына алып ҡайта. Ул төрлө семинарҙарҙа ҡатнаша, балаларҙың ижадын үҫтерерҙәй яңы методик алымдарҙы тиҙ генә эләктереп алып, уларҙың күңелен рухи, ижади яҡтан байыта. Р. Латипованың “Ҡыңғырау” өлкәндәр төркөмөнә 26 бала йөрөй. Уның төркөмөндәге ҡыҙҙар үҙ ҡулдары менән төрлө биҙәүестәрҙән түшелдеректәр эшләй. Шулай уҡ 3D ручкалар менән һауала һүрәт төшөрөү балалар өсөн ҡыҙыҡлы һәм яңы шөғөлдәрҙең береһе.
– Бының өсөн махсус трафареттар бар, уларҙы әҙер килеш баҫтырырға йәки үҙ аллы төшөрөргә мөмкин. Эскиз 3D ҡоролманан бүленеп сыҡҡан йылытылған ептәр менән уратып алына һәм һүрәт әҙер. Барыһын да бер һыҙыҡ менән эшләргә кәрәкмәй, ҡулдарҙы өҙмәйенсә генә эшләү зарур, сөнки пластиктың бер фрагменты икенсеһенә еңел генә беркетелә. Текст ҡына түгел, ручканан төрлө әйберҙәр, күләмле фигуралар, биналар макеттары, биҙәүестәр, балалар өсөн уйынсыҡтар һәм башҡа күп нәмәләр эшләргә мөмкин, - тип һөйләне был хаҡта Римма Насирйән ҡыҙы.
Р. Латипова район кимәлендәге “Йыл тәрбиәсеһе” бәйгеһендә өсөнсө урын яулаған, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн төрлө кимәлдәге маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Һәр ерҙә лә әүҙем тәрбиәсе быйыл тәүге тапҡыр ауыл Советына депутат булып һайланған.
“Ромашка” төркөмөндә шулай уҡ мәғариф учреждениеһы асылғандан алып хеҙмәт итеүсе тәрбиәсе Әлиә Сәлихова тырышып эшләй. Уның төркөмөндә йәш ярымдан алып 4 йәшкә тиклемге 10 ҡыҙ һәм 12 малай иҫәпләнә. Киң эрудициялы, ипле, тыныс тәрбиәсене ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа үҙ итә. Алмашҡа йәш педагогтар ҙа килә бында. Сентябрь айынан эш башлаған тәрбиәсе Дарья Клычева һәм музыкаль етәксе Оксана Нәҙершина ла коллективҡа эйәреп, бар сараларҙа ла ихлас ҡатнашып, хеҙмәт юлын башлаған.
Бинаның таҙа, бөхтәлегендә, барып инеү менән тәмле еҫтәр аңҡып тороуында, әлбиттә, ашнаҡсы, тәрбиәсе ярҙамсылары, йыйыштырыусыларҙың хеҙмәте ҙур. Кескәйҙәргә тәмле-татлы аштар әҙерләүсе Зиләрә Лисина учреждениеға тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшкә килә, һөнәре буйынса ашнаҡсы булғас, эш урынын алыштыра. Зиләрә Фәрит ҡыҙы Таштимерҙә ашнаҡсылар араһында үткән бәйгелә икенсе урын яулаған. Уның ярҙамсыһы Илүзә Шаһиева район хакимиәтенән Рәхмәт хаты алып ҡыуанған. Аш-һыу бүлмәһе таҙа, ашнаҡсылар берҙәм меню буйынса кескәйҙәргә аш бешерә ине. Тәрбиәсе ярҙамсылары Гөлназ Әхтәмова менән Илүзә Кинйәбаева ла үҙ эшенең оҫталары – урын еренә еткереп эшләүсе хеҙмәткәрҙәр. Әйткәндәй, Гөлназ Фәһим ҡыҙы Өфө Фән һәм технологиялар университетында 4 курста тәрбиәсе һөнәрен үҙләштерә.
– Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында бары тик балаларҙы ихлас яратҡан, уларҙы үҙ балаларылай яҡын күргән, хәстәрлекле, изге йөрәкле кешеләр генә эшләй ала. Беренсенән, яуаплы ла, икенсенән, күңелле лә кескәйҙәр донъяһында, – тиҙәр улар бер тауыштан.
Илдар Әхтәмов төнгө ваҡытта ҡарауылсы булып хеҙмәт итә. Ул ир ҡулы етмәй торған урындарҙы төҙәтеп ебәреүсе лә.
“Аҡсарлаҡ”та матди-техник базаның ныҡ бай булыуы ла күҙгә ташлана. Шулай уҡ һәр төркөм өсөн айырым бәҙрәфтәр, йыуыныу, йоҡлау, кейенеү-сисенеү, уйнау бүлмәләре булдырылған, айырым ишектәр ҡуйылған. Матурлыҡ салоны, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре, янғын хәүефһеҙлеге, телмәр үҫтереү, патриотик, экологик, музыкаль һәм башҡа мөйөштәр булдырылған. Улар барыһы ла балаларҙың фекер ҡеүәһен, ижади һәләттәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Балалар баҡсаһында ата-әсәләрҙең ҡатнашлығынан башҡа эш алып барыу мөмкин түгел. Педагогтар һәм ата-әсәләр – уртаҡ мөһим һәм еңел булмаған эштә – балалар тәрбиәләүҙә партнер.
– Ата-әсәләр беҙҙең бар башланғыстарыбыҙҙы хуплай, ярҙам итә. Улар менән мөнәсәбәттәр бер-береңде хөрмәт итеү, изге теләктәр, хеҙмәттәшлек нигеҙендә ҡорола. Беҙ учреждение тормошонда әүҙем ҡатнашыусы атай-әсәйҙәргә, өләсәй һәм олатайҙарға рәхмәтлебеҙ. Күптән түгел Ярославна Кузнецова өр-яңы уйын майҙансығы бүләк итте. Һәр ерҙә лә әүҙем атайҙарыбыҙ Тимур Сафин, Руслан Шәрипов, Максим Клычев һәм ауылдашыбыҙ Илнур Садиҡов майҙансыҡты беркетте һәм ҡом түшәне, ДРСУ-нан Илгиз Таһиров техника менән ярҙам итте. Форсаттан файҙаланып, уларға рәхмәт әйткем килә. Балаларҙы ҡыуандырғанда үҙегеҙ ҙә ҡыуанып йәшәгеҙ, – тип шатлығы менән уртаҡлашты балалар баҡсаһы мөдире.
Коллективтың берҙәм һәм татыу эшләүенең һөҙөмтәләре лә бар. Бер нисә йыл элек бинаны яңы уҡыу йылына яҡшы әҙерләгәне, ошо уҡ йылда Еңеү көнөнә арналған мөйөш булдырғаны өсөн район мәғариф бүлегенең Почет грамоталары менән бүләкләнгән. Профсоюз ойошмаһы үткәргән спартакиадаларҙың йөҙөү, волейбол буйынса һәр саҡ алдынғы урындарҙы биләй улар. Урындағы ауыл хакимиәте менән тығыҙ бәйләнештә эшләгәне, төрлө йәмәғәт сараларында әүҙем булғаны өсөн коллективҡа быйыл Рәхмәт хаты тапшырылған.
Балалар баҡсаһы – балаларҙың шат тауыштары яңғырап торған ғәҙәти булмаған мөхиттәге донъя. Ундағы байрамдар һәр ваҡыттағыса мөғжизәләргә бай, тылсымлы төҫтәр, балаларҙың шат көлөүҙәре, ул ҡыуаныуҙары. Һәр йыл һайын октябрь айында “Аҡсарлаҡ” балалар баҡсаһында көҙ байрамы билдәләнеүе йолаға әүерелгән. Беҙ барғанда уларҙа өлкән төркөм өсөн “Көҙгө бал” сараһы бара ине. Тышта һалҡынса, йәмле йәйҙең ҡояш нурҙары етмәй, әммә баҡсаның матур итеп биҙәлгән музыкаль залында шундай йылылыҡ, изгелекле солғаныш бөркөлөп торҙо. Бик матур итеп кейенгән ҡыҙҙар һәм малайҙар, тәрбиәселәр Римма Насирйән ҡыҙы, Дарья Андреевна һәм баҡсаның музыкаль етәксеһе Оксана Шәрифйән ҡыҙы балалар менән бергә бер тулҡында тирбәлде. Ҡыҙ-малайҙарҙың йыр-бейеүҙәре байрамға үҙенсәлекле йәм өҫтәне. Сара шулай уҡ күңелле тематикаға ярашлы уйындар, йомаҡтар менән аралаштырылды.
“Аҡсарлаҡ” балалар баҡсаһы кескәй граждандарҙы тәрбиәләүҙә тотороҡло, уңышлы эшләүсе һәм заман менән бергә атлаусы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы.
Гөлфиә Хәсәнова.

Автор:
Читайте нас: