

Раушания иҫ белгәненән өй шарттарында бешерелгән торттар иң тәмлеһе икәнен белеп үҫә. Төрлө байрамдарға, ҡунаҡ өҫтәлдәренә, тыуған көндәргә был тәмлекәсте рецепттар китапсыҡтарынан ҡарап, ябай ғына кремдар яғып, емеш-еләк һәм сәтләүектәр менән биҙәп гелән әсәһе үҙе әҙерләй. Күңел йылыһын ҡушып, ихлас теләк менән бешерелгән торттар ғаилә табындарында «йылп» итеп кенә ҡала. Шул мөхиттә үҫкән ҡыҙ мәктәпкә уҡырға ла төшмәҫ элек үк «Зебра» тортын бешерергә тәүәккәллек ҡыла: «Мейесте генә ҡабыҙып бирһәгеҙ», — тигән ҡыйыу үтенесе менән аптырата өлкәндәрҙе. Әсәһе ҡамырын нисек болғайһың тип ҡыҙыҡһына һәм уның бисквит рецебын отоп алыуына хайран ҡала. Баҡтиһәң, әсәһе янында өйөрөлгән ҡыҙыҡай шым ғына күҙәтеп бөтәһен дә күңеленә һеңдереп йөрөгән икән. Теләге булғас, бешереп ҡараһын тип яйына ҡуялар. Берҙе бешерер ҙә ҡыҙыҡһыныуы үтер тип тә уйлайҙар. Ләкин артабан инде ул аш-һыу бүлмәһенән сығышмай. Ата-әсәһен, һеңлеһе Нәйләне үҙенең кулинар шедеврҙары менән һыйлап ғәжәпләндерә.
Яҡшы хужабикә булып буй еткергән Раушания урта мәктәптән һуң БДУ-ның биология факультетын һайлай. Диплом алғас, 1-се Асҡар урта мәктәбенә эшкә ҡайта. Уҡытыусы һөнәрен һайлауы ла буштан түгел. «Әсәнән күргән — тун бес-кән» өлгөһө буласаҡ эшенә лә йоғонто яһай уның. Ләйлә Сафуан ҡыҙы ла хеҙмәт ғүмерен 1-се мәктәптә математика уҡытыусыһы булып үткән. Эштән һуң буш ваҡыттарын аш-һыу бүлмәһендә уҙғарырға яратҡан Раушания яҡындарын тәмле-татлы ризыҡтары менән ҡыуандырыуын дауам итә. Уның кондитер булып китеүендә һеңлеһенең йоғонтоһо ҙур. Ул апайына бүләккә йә махсус формалар, йә кремдан биҙәктәр төшөрә торған төрлө насадкалар алып ҡайта. Интернетта кон-дитерлыҡ буйынса бушлай курс күреп ҡалып шунда яҙылырға тәҡдим итә. Бығаса үҙ белдеге менән генә бешеренгән Раушания өсөн «Башлаусы кондитер» курсын үтеү кулинар донъяға күҙҙәрен аса. Артабан түләүле курстар һатып алып оҫталығын тағы ла нығыраҡ камиллаштырырға тотона. Ят рецептар буйынса бешерелгән, зауыҡ менән биҙәлгән яңынан-яңы торттар һәм төрлө капкейктар ғаилә табындарынан тыш ситкә лә тарала башлай. Үҙенең тыуған көнө уңайынан класындағы уҡыусыларын торт менән һыйлай, оҫталыҡ емешен коллегаларына ла тәмләргә яҙа. ДРСУ-ла мастер булып эшләгән атаһы Салауат Рим улының һорауы буйынса юлсыларға Яңы йыл байрамына торт бешерә. Шулай итеп оҫтабикәнең яҡшы даны тарала. Раушанияның «Ҡыҙыл бәрхәт»ен, «Сникерс»ын, «Баллы торт»ын ауыҙ итеп ҡараған бөтә кешеләр ҙә уны заказға бешеренергә өгөтләй. Ләкин тынғыһыҙ эше менән былай ҙа ваҡыт еткерә алмаған уҡытыусы был тәҡдимгә яуап итеп йылмайыуҙан ары уҙмай.
Өс йыл мәктәптә эшләгәндән һуң район хакимиәтенең капиталь төҙөлөш бүлегенә әйҙәүсе белгес булып күсә Р. Хәлитова. Шунда тәүәккәләй ҙә. Әсәләр көнө алдынан Магнитогорскиҙағы бер кондитер магазинынан кәрәкле ингре-диенттар алып ҡайтып һатыуға торттар бешерә. Тәмлекәстәр тиҙ үтә, әммә хаҡтарҙы түбән ҡуйыуы арҡаһында килем Раушанияның сығымдарын да ҡапламай. Ләкин бик шәп реклама була был. Ошонан һуң инде заказдар ағыла башлай.
Хәҙер Раушанияның заказ буйынса торттар бешереүенә ике йыл тула. Үҙ теләге менән эштән китеп, ваҡытын тулыһынса яратҡан шөғөлөнә арнай. Был арауыҡта ул бик күп онлайн курстар үтеп оҫталығын тағы ла нығыраҡ камиллаштырған. «Торттарҙы биҙәү, эслектәр, кремдар әҙерләү буйынса айырым курстар үттем. Һәм уҡыған һайын камиллыҡтың сиктәре юҡлығын аңлайым. Шуға күрә даими рәүештә үҫешеүемде дауам итәм. Өйрәнгән һәр бер яңылығымды тәүҙә өйҙәгеләргә тәмләтәм. Улар оҡшатһа, ҡыйыу рәүештә заказсыларға тәҡдим итәм», — ти ассортименты байығандан-байый барған кондитер. Әлбиттә, курстарҙың хаҡтары ныҡ ҡына «тешләшә», әммә күберәк аҡса һалған һайын, өйрәнгәнең күберәк килем булып ҡайта тигән ҡарашта ул.
Ғөмүмән, кондитерҙарға ла заман менән бер тулҡында тирбәлеү шарт. Клиенттарҙы биҙәлеш йәһәтенән дә, тәм буйынса ла яңынан-яңы шедеврҙар менән шаҡ ҡатырып тормаһаң, уларҙы юғалтыуың да ихтимал. Раушания Хәлитова бешергән торттарға, киреһенсә, һорау күбәйгәндән-күбәйә бара һәм даими клиенттары ла бик күп. Шуға күрә заказдарҙы байтаҡ ваҡытҡа алдан ҡабул итә. Әйтәйек, туй торттарына хатта ярты йыл элек яҙылып ҡуялар икән. Тыуған көн, юбилей кисәләренә лә тәмлекәсте көнөндә генә бешереп өлгөртөп булмай. Сөнки кондитерҙың һәр көнө, тәүлегенең иртә-кисе, төшө алдан билдәләнгән. Бер тортты әҙерләү өс көнгә тиклем ваҡытты ала, ти ул. Тәүгеһендә корждарын бешереп ҡуйһа, икенсеһендә уны эслек менән йыйып биҙәй һәм кремы һеңһен, биҙәктәре ҡатып нығынһын өсөн һыуытҡысҡа ҡуя. Бер көнгә алты ҙур тортҡа тиклем заказдар ала. Быларын бешереп йыйған арала бихисап бенто торттар (бер-ике кешегә иҫәпләнгән йәтеш кенә торт, татлы комплимент йәки открытка тип тә йөрөтөлә), капкейктар бешерергә өлгөрә. Бигерәк тә, Әсәләр көнөнә, 8 март, Яңы йыл байрамдарына, 1 сентябргә, Уҡытыусылар көнөнә ҡарата бенто торттарға заказдар күп була. Төн йоҡоһон ҡалдырһа ҡалдыра, әммә һәр заказсының үтенесен кире ҡаҡмай, зауығына һәм теләгенә тап килгән тәмлекәсте эшләп өлгөртә ул. Кемдәрҙер бенто янына өҫтәп шул уҡ стилдәге капкейктар һорай, икенселәренә сәскә кәрәк. Раушания Асҡарҙағы «Жасмин» сәскәләр салоны флорисы менән дә хеҙмәттәшлек итә, торт янында бәләкәй генә гөлләмә лә урын ала — гүзәл заттарға бик матур байрам бүләге килеп сыға. Кондитерҙан бүләк бонус рәүешендә тыуған көн торттарына май-шәм, байрамдарға ҡарата открыткалар ҡушып һалына. Ә инде торттарҙың тәҙрәлекәй генә ҡабы, бант менән биҙәлеше шулай уҡ байрам кәйефе бүләк итә.
— Торт — мөһим ваҡиға, иҫтәлекле тантана һәм байрам табынының айырылғыһыҙ бер өлөшө. Ул матур ҙа, зауыҡлы ла һәм, һис шикһеҙ, тәмле лә булырға тейеш. Заказ ҡабул иткәндә клиенттарымдың һәр бер теләген яҙып алам һәм ҙур яуаплылыҡ менән йөрәк йылымды, бөтә ижади һәләтемде һалып башҡарам, — ти хыялдарҙы ысынбарлыҡҡа әйләндереүсе оҫтабикә. Раушанияның һәр торты — айырым бер сәнғәт емеше. Уға бысаҡ тейҙереүе лә, ашауы ла йәл. Әммә ул ашау өсөн тәғәйенләнгән һәм телде йоторлоҡ тәмле!
Үҙенең тәүге туй торты тураһында уйлаһа, Раушания әле лә еңелсә ҡалтыраныу тоя. Туғандарының заказы буйынса 12 килолыҡ дүрт ҡатлы торт бешерә. Был туйға уның үҙен дә ҡунаҡҡа саҡыралар. «Туй, күңел асыу ҡайғыһы булманы. Тортым оҡшамай ҡуйһа тигән уй башымдан сыҡманы. Ник ризалаштым икән тип эстән үҙемде әрләп бөттөм. Тортты киҫеү мәле еткәс, сығып ҡасырҙай булдым. Әммә бөтә шик-шөбһәләрем урынһыҙ булған. Никахлашыусы йәштәр ҙә, ҡунаҡтар ҙа ныҡ оҡшатты. Әле лә маҡтап иҫкә алалар. Үҙ-үҙемә үтә ныҡ талапсанмын шул», — ти ул.
Балалар өсөн тыуған көн торттарын ниндәй генә йәнһүрәт персонаждары менән биҙәмәй ул: мастиканан әүәләй, шоколадты иретеп ҡоя, рис ҡағыҙы ла эшкә китә, рәсемдәр төшөрә. Һәм былар барыһы ла, хатта торт өҫтөндәге яҙыуҙар, ялтыр муйынсаҡтарға тиклем ашарға яраҡлы.
— Кондитер рәссам да булырға тейештер... – тип һорайым Раушаниянан.
— Әлбиттә! Мин бәләкәйҙән һүрәт төшөрөргә әүәҫ булдым. Мәктәптә уҡығанда кластың матбуғат министры була торғайным. Стена гәзиттәре сығарыу, һүрәт төшөрөү, биҙәү минең өҫтә ине. Хәҙер бына ашай торған рәсемдәр төшөрәм, — ти ул йылмайып.
Кондитер булыу еңел хеҙмәт түгел. Ул бөтә ваҡытты һурыусы ла, өҫтәүенә ҡиммәтле шөғөл дә. Раушания торттар өсөн ингредиенттарҙы ҡаланан махсус кибеттән һатып ала һәм уларҙың яҡшы сифатлыһын, ҡулланыу ваҡыты үтмәгәнен генә һайлауы менән клиенттары алдында намыҫы таҙа. Бынан ҡала, махсус ҡорамалдарың булыуы ла шарт һәм йыш ҡулланыуҙан электр техникаһы тиҙ сафтан сыға, яңыртып торорға кәрәк. Шуға күрә яҡындары уға бүләккә нәҡ кондитер кәрәк-яраҡтарын һайлай. Ата-әсәһе Яңы йылға бүләк иткән буяу һиптерә торған пульт торттарын яңыса биҙәү мөмкинлеген биргән. Торттар икенсе тәмдәрҙе һеңдермәһен өсөн айырым һыуытҡыс та алып биргәндәр. Хәҙер инде Раушания үҙе лә ныҡлап аяҡҡа баҫҡан, яратҡан шөғөлө уға ярайһы ғына килем килтерә. Яҡын киләсәктә яңы мейес алыу хыялын тормошҡа ашырмаҡсы. Сочиҙа ял итеп ҡайтҡан.
— Эштән китеп тормошомдо тулыһынса кондитер эшенә бағышлауым өсөн үкенмәйем. Тәбиғәтем менән тыныс кешемен һәм тыныслыҡ яратам. Ижади шөғөлөм шул тиклем мауыҡтыра, бирелеп китеп эшләйем, хатта музыка ла кәрәкмәй миңә. Ата-әсәйем менән бергә йәшәгәс, уларҙың һәр яҡтан терәген, ярҙамын тоям. Кешеләрҙең байрамын йәмләй алыуым менән бәхетлемен, — ти кондитер Раушания Хәлитова.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.