Төрлөһөнән
28 Декабрь 2023, 14:00

Яңы йыл - мөғжизәле байрамдарзың береһе

Яңы йыл - беҙҙең илдәге иң матур һәм мөғжизәле байрамдарзың береһе. Һәм ул, ғәҙәттәгесә, ғаилә байрамы тип атала. Киләһе йыл Ғаилә йылы тип иғлан ителәсәген белгәс, был байрамды нисек  ҡаршыларға, нисек итеп ғаиләгә бағышларға,тип баш ватабыҙ. Әйҙәгеҙ, бергәләп уйлайыҡ.

Яңы йыл - мөғжизәле байрамдарзың береһеЯңы йыл - мөғжизәле байрамдарзың береһе
Яңы йыл - мөғжизәле байрамдарзың береһе
Иң мөһиме, һеҙ нимә эшләһәгеҙ ҙә, һеҙ быны мауыҡтырғыс итеп һәм бөтә ғаилә ағзаларын берләштерерлек итеп эшләгеҙ. Һәм был ваҡиғалар һеҙҙең ғаилә ҡиммәттәренә әүерелһен. Балаларҙы ғына әүрәтер өсөн түгел, ә балалар менән бергә үҙегеҙ ҙә ысын әкиәт донъяһына инеп китегеҙ. Нәҡ шул ваҡытта ғына ғаиләлә тыныслыҡ, берҙәмлек хөкөм итәсәк. Мәҫәлән, һеҙҙең өсөн бер нисә ҡыҙыҡлы идеялар. Бәлки, нәҡ ошо ваҡиғалар һеҙҙең ғаилә ҡиммәттәренә әүерелеп китер.
 
1.Яңы йыл гәзите. Йәғни, һеҙ ҙур ватманда үтеп китеп барған йылда булған барлыҡ ҡыуаныслы ваҡиғаларҙың фотоһүрәттәрен ҡуйып, улар тураһында ҡыҫҡаса яҙып, шул шатлыҡлы минуттарзы йәнә берҙе кисерәсәкһегеҙ. Һәм киләһе йылға маҡсаттар ҡуйып, уларҙы ла яҙып ҡалдырһағыҙ була.
 
2. Яңы йыл уйынсығы. Балағыҙ менән декабрь айы башланғанда уҡ бергәләп ҡағыҙҙан, ҡамырҙан, тауарҙан шыршы уйынсығы эшләй башлағыҙ.

3. Яңы йыл урманда! Юҡ, Яңы йыл төнөн урманда үткәреү кәрәкмәй, ә көндөҙ, яҡтыла ғаилә менән бер аҙ ашамлыҡтар алып ҡышҡы урманға сығып килергә була. Ысын шыршы ағасын биҙәп, уның тирәләй йырлашып, фотоға төшөп... Беҙҙеңсә, баланың күңелендә иң иҫтә ҡалған көн буласаҡ был.
 
4. Байрам табыны өсөн уйындар. Был эште һәр ғаилә ағзаһына ҡушығыҙ. Йәғни һәр кем мауыҡтырғыс уйын әҙерләһен. Бәлки баланың ойоштороу һәләте барҙыр, ә һеҙ белмәй йөрөйһөгөҙҙөр?!

5. Ҡыш бабай - бар!!! Мөмкин тиклем бала был мөғжизәгә оҙағыраҡ ышанырға тейеш.. Бала менән берга Ҡыш бабайға хат яҙығыҙ. "Морозко", "12 ай" тиган йәнһүрәттәрҙе бергә ултырып ҡарағыҙ, фекер алышығыз.
 
6. Ҡурсаҡ театры. Бала менән бергә кистәрен ҡурсаҡ театры ҡарар өсөн быны үҙегеҙ булдырығыҙ. Әкиәт геройҙарын үҙ ҡулдарығыҙ менән эшләгеҙ. Баланың фантазияһы ла үҫешәсәк, телмәре лә яҡшырасаҡ.
 
7. Ҡышҡы спорт төрҙәре. Йәғни саңғыла йөрөү, сана шыуыу, конькиҙа йөрөү кеүек спорт төрҙәрен бергәләп башҡарығыҙ.
 
8. Тағараҡ эшләү. Иң мауыҡтырғыс эш. Сөнки балала хеҙмәткә, ҡоштарға ҡарата һөйөү тәрбиәләнә. Шәп бит!

Хөрмәтле ата - әсәләр! Яңы йыл байрамы нәҡ ғаилә ҡиммәттәре тураһында уйлау өсөн бирелгән шәп мөмкинселек. Ҡышҡы һалҡын көндәрҙә ғаилә усағында бергәләп йылынығыҙ!
 
Гөлгөнә Мөхәмәтшина, Зилиә Билалова,
Ташбулат урта мәктәбенең социаль педагогтары.
Яңы йыл - мөғжизәле байрамдарзың береһе
Яңы йыл - мөғжизәле байрамдарзың береһе
Автор:
Читайте нас