Өлөшләтә мобилизация башланғас, бер төркөм Сибай театр-концерт берекмәһе артистарын, шул иҫәптән бейеүселәрҙе хәрби әҙерлек урындарына алып китеүҙәре мәғлүм.
Ил алдындағы бурысын үтәргә юлланған егеттәребеҙ һәр йәһәттән Ватанды һаҡларға әҙер икәнлеген иҫбатланы: рухи күтәренкелек өлгөһө булған видеояҙмалары менән йыш бүлештеләр. Сибай артистары Илнар Хәтмуллин, Данир Хәмзин, Наил Шәмсетдинов ине улар. Тотош ил өсөн ҡатмарлы осорҙа ла рух ныҡлығын юғалтмаған, һынауҙарҙы үтер өсөн бейей-бейей алға барған ир-азаматтарға һоҡланып та, ғазапланып та ҡараныҡ.
Асҡар ауылында Заһир менән Нуриҙә Шәмсетдиновтарҙың ғаиләһендә икенсе малай булып донъяға килгән Наил бәләкәй сағынан шуҡ, теремек, спортты үҙ итеүсе егет була. Бигерәк тә хоккей менән ихлас ҡыҙыҡһына.
Таһир Кусимов исемендәге гимназияны тамамлай ул. Гимназияла уҡығанында Радик һәм Лилиә Хәлиловтар етәкләгән “Сулпылар” бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Бейеү сәнғәтенә булған ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү Наилды Учалы сәнғәт колледжына алып килә. Икенсе курста уҡығанында уҡ Учалы ҡалаһы филармонияһында бейеүсе булараҡ хеҙмәт юлын башлай. Спортты ла ташламай, Учалы ҡалаһы командаһы составында хоккей буйынса ярыштарҙа ла ҡатнаша. Студент йылдарында уҡ ил адындағы бурысын Приморск крайында үтәп ҡайта.
Әрменән һуң иһә Әбйәлилгә яҡыныраҡ булһын тигән маҡсат менән ата-әсәһе уны Сибай ҡалаһы филармонияһына ҡайтырға өгөтләй. Уның менән бергә Урал аръяғы райондарынан булған бер нисә егет тә Сибай филармонияһына эшкә килә. Бер йыл ярым ең һыҙғанып эшләгәндән һуң, 2022 йылдың ҡара көҙөндә 12 ир-егеттең ҡулына повестка тотторалар. Сибай ҡалаһынан мобилизацияға эләккән егеттәр менән бергә Ҡазан ҡалаһына хәрби әҙерлек урындарына юллана улар.
Ҡазан ҡалаһында булғанында Тал Ҡусҡары ауылы һылыуы Сәлиә Дәүләтбаева менән никахтарын законлаштыралар.
Бер ай хәрби уҡыуҙа булғандан һуң, яу яланына оҙатыла. Бөгөн Наил Заһир улы үҙенең иптәштәре менән бергә Луганск өлкәһенең Кременная ҡалаһы эргәһендә алғы һыҙыҡта дошман менән алыша. Ул - отряд командиры. 10-20 кешенән торған һалдаттар төркөмөн етәкләй. Яҡташыбыҙ әйтеүенсә, уның төп бурысы - отрядтың хәрби бурыстарын үтәүен һәм уның яугирҙәренең ғүмерен һәм һаулығын һаҡлауҙы тәьмин итеү. Тағы ла оптималь алыш тактикаһын уйлап табыу һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн дөрөҫ урын һәм ваҡыт һайлай белеү мөһим. Шулай уҡ командир тиҙ арала ҡарар ҡабул итергә, көтөлмәгән хәлдәрҙән сығыу юлын табырға һәм үҙенең ҡул аҫтындағыларға дөрөҫ йүнәлеш белә бирергә тейеш.
Уҙған йылдың июль айында республика Башлығы Радий Хәбиров Сибай концерт-театр берекмәһенең ике бейеүсеһенә "Башҡортостандың атҡаҙанған артисы" исемен бирҙе. Улар араһында Наил Шәмсетдинов та бар ине.
-Ул көндәлек тынғыһыҙ хеҙмәт менән яуланды. Иртәндән кискә тиклем репетициялар, үҙ өҫтөңдә даими эшләү, концерттарҙа сығыш яһауҙар - ошондай ҡаҙанышҡа өлгәшергә мөмкинлек биргәндер, - тине ул.
Бынамын тигән башҡорт егете, бөркөт ҡарашлы, булдыҡлы, оҫта бейеүсе Илнар Хәтмуллиндың үлем хәбәрен ишетеп, республика халҡы ҡайғыға батты. Социаль селтәрҙәге ҡыҙыҡһыныу ҡатыш аптырап яҙылған комментарийҙар, республиканың Мәҙәниәт Министрлығына булған һорауҙар үҙенекен итте.
Республика башлығы Рәдий Хәбировтың Рәсәй Оборона Министрлығына үтенес менән мөрәжәғәт итеүе билдәле булды. Унда өлөшләтә мобилизацияға эләккән йырсы, бейеүселәрҙе агитбригадаға күсереү һорала. Әммә бөгөнгө көнгә тиклем был юҫыҡта аныҡ ҡына яуап юҡ.
- Улыбыҙ бәйләнешкә бик һирәк сыға, хәлен аңлайбыҙ, иҫән-һау йөрөүен теләп кенә ултырабыҙ. Ул мәлдә лә шылтыратышып һөйләшеү юҡ, күбеһенсә чат аша смс-хәбәр алышабыҙ. Әле 15 ғинуарҙан ауырып китеү сәбәпле, госпиталгә эләкте, - ти Наилдың әсәһе Нүриҙә Шәмсетдинова.
Егеттәребеҙ имен-һау әйләнеп ҡайтып, мәҙәниәтебеҙҙе, бейеү сәнғәтен үҫтереүгә күп көс һалыр тигән өмөттәр бағлайбыҙ. Яҡташыбыҙға ла еңеү менән, бейей-бейей тыуған яҡтарына ҡайтырға яҙһын!
Гөлфиә Хәсәнова.