Шаһыбал апа Мәғниттән ҡайтышлай бик һуңға ҡалып китә. Эңер төшөүгә бар ҡушыйҙар шәмдәрен яндырып, киске тамаҡ туйҙырыу яғын хәстәрләп, ҡайһыһы сәй эсергә ултырған мәл була. Ул йылы бурап-бурап ҡар шул тиклем күп яуған, бар ер көрткә күмелгән. Был көндә лә шулай күҙ асҡыһыҙ көслө буран сыҡҡан, бабай ер аяғы,ер башында ятҡан ауылына ҡайтып етә алмаҫын аңлап, ошо ауылда берәйһенә инеп йоҡлап ҡайтырға уйлай. Беҙ бала саҡта әле, өй алдары баҡсаһыҙ булды. Буран тәҙрә алдарын бейек тә, ҡаты ла итеп көрт менән ҡаплап ҡуя, әммә көрт менән тәҙрә араһында бушлыҡ ҡалыусан. Ялбыр ҡолаҡсын кәпәс, билен билбау менән быуып алып тиртун кейгән бабай шәм яҡтыһы күренгән юл сатындағы өйгә туҡталып, кеүәртиргә төшөрмәҫтәрме икән тип һорарға була. Санаһын әйбере менән тәҙрә алдына өйөлгән көрт башына ултырта ла,тәҙрәгә килеп туҡылдатып та ебәрә, теге сана буран өргән ыңғайға шыуып китеп, бабайҙы төкөп ултыртып алып, бабайҙың, үҙе лә һиҙмәҫтән, сәй эсеп ултырған ҡушыйҙар тәҙрәһен ярып аяҡтары өйгә барып инә. Үҙе шундуҡ: "Ҡурҡмағыҙ, ҡурҡмағыҙ, мин Ярлыҡап ауылы Шаһыбалмын”, - тип ҡысҡырып ебәрә. Өйөң эсенә тәҙрә аша аяҡтар килеп ингән саҡта ней уйлағандыр инде ҡушыйҙар!? Ә шулай булыуға ҡарамаҫтан, юлаусы бабайҙы үҙҙәрендә йоҡлаталар, элек кешенең шундай изгелегенә, мәрхәмәтлелегенә аптырарһың! Юҡсылыҡ заман, тәҙрә быялаһын ҡайҙан алмаҡ кәрәк ул заманда? Ә бөгөн шундай хәлдә нишләр ине икән кешеләр?
Мөнирә Кирәева, мәғариф ветераны.