Төрлөһөнән
19 Февраль 2024, 10:53

"Дәүләтнур быйыл да ҡыһыр икән!"

Элек уҡытыусыны һәр төрлө эшкә “ектеләрҙек ектеләр” инде.

"Дәүләтнур быйыл да ҡыһыр икән!""Дәүләтнур быйыл да ҡыһыр икән!"
"Дәүләтнур быйыл да ҡыһыр икән!"

Яңы йыл алдынан йә һуңынанмы халыҡ иҫәбен алырға сығарып ебәрерҙәр ине. Тағы һәр йорт башына һөт заданиеһы һалыныр ине, уның өсөн яҙға ҡарай һәр хужалыҡта күпме һыйыр бар, ул быуаҙмы, ҡыһырмы – графаларға тултырып яҙып, әлеге лә баяғы уҡытыусы йөрөр ине. Шулай бер көндө тиҙ генә йөрөп, ҡушылған заданиены үтәй һалып, ҡағыҙҙарыбыҙҙы Валентин Махмутович алдына өҫтәлгә һалғанбыҙ. Әлеге Шәкир ағай Илһамов теге ҡағыҙҙарҙы ҡарап торҙо ла: ”Ай, әттәгенәһе, безобразие, Дәүләтнур быйыл да ҡыһыр икән”, тимәһенме. Китте көлөш. Һәр беребеҙ йорт хужаһының исемен, унан нисә һыйыры бар, 3-сө графаһына йә ҡыһыр, йә быуаҙ тип яҙып алып килгәнбеҙ икән. Шуныһы ҡыҙыҡ, хужа ирҙәр яҙылған да, улар йә ҡыһыр, йә быуаҙ булып сыҡҡандар.

Тағы ваҡ малдарҙы яҙып алып килгәнбеҙ, күрәһең, бер нәмәгә кәрәк булғандыр инде. Унда коза шунса баш, йә козёл шунса баш тип айырып яҙмағанбыҙҙыр. Кемдеңдер ҡағыҙында козёл да козёл тип яҙылған. Унда ла Шәкир ағай “тотошлайы менән айғыр кәзә тәкәләре икән ауылда, бер орғасы кәзә лә юҡтаһаң” тимәһенме. Шул тиклем шаян булды, һәр ҡыҙыҡты элеп алып ҡына барыр ине.

Мөнирә Кирева,

мәғариф ветераны.

Автор:
Читайте нас