+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Февраль , 15:44

«Сулпылар»ҙа кескәйҙәргә күңелле

Балалар баҡсаһына сабыйҙың ниндәй кеше булып үҫеүенә нигеҙ һалынған иң яуаплы осор тура килә. Тап ошо ваҡытта уның характеры формалаша, донъяны танып-белеү һәләте үҫешә, мәктәпкә әҙерлек башлана. Балалар баҡсаһында алған тәрбиә нигеҙе баланың киләсәк тормошона ла юл һала. Бөгөнгө көндә район үҙәгенд

 «Сулпылар» балалар баҡсаһы коллективы үҙ эшен белгән берҙәм ижади команда. Был мәктәпкәсә учреждение 2011 йылда асылған — балалар баҡсаһы асылғанға тиклем балалар йорто бинаһы була. Бында кескәйҙәргә рәхәтләнеп уйнарға, йоҡларға, туҡланырға бөтә шарттар ҙа булдырылған. Бина йыһаздар, уйынсыҡтар менән тулыһынса тәьмин ителгән. Ҡыҫҡаһы, бүлмәләр заманға ярашлы итеп йыһазландырылған. Балалар баҡсаһы эстән генә түгел, тыштағы уйын майҙансығында ла әкиәт донъяһындағы кеүек! Уйын майҙансығындағы бәүелсәктәрҙе, эскәмйә, ҡомлоҡтарҙы сағыу төҫтәргә буяғандар. Көндәр йылытып, ҡояш көлтә нурҙарын йомарт һибеп, тышҡа саҡырып йылмайып ҡарау менән, балаларҙы саф һауа, уйнар өсөн уйын майҙансығы көтә. 
Баҡсала балаларҙың һаулығын, хәүефһеҙлеген һаҡлау, уларҙың һәләттәрен үҫтереү, мәктәпкә әҙерләүгә хеҙмәткәрҙәр бик яуаплы ҡарай. Бында коллектив һәр көндө сабыйҙарҙы асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала. Улар өсөн бәләкәстәрҙе яратыу һөнәргә һәм йәшәү рәүешенә әйләнгән, йәмғеһе 31 хеҙмәткәр — уларҙың 16-һы педагогик, ҡалғандары техник хеҙмәткәрҙәр, тип иҫәпләнә.
— Коллектив татыу, берҙәм. Күп кенә хеҙмәткәрҙәр менән балалар баҡсаһы асылғандан алып бергәбеҙ. Тырыш коллективта бер урында ғына тапанмаҫҡа, ә яңынан-яңы алымдар, ысулдар эҙләп, һәр саҡ бер-беребеҙ менән кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Ошо йылдар эсендә балалар баҡсаһы көндәлек тырыш хеҙмәт, хәстәрлектәр менән ҡыҫҡа, әммә тәжрибәле юл үткән, — тип һүҙ башланы «Сулпылар» балалар баҡсаһы мөдире Алһыу Хәлилова. — Беҙҙең коллективта 9 тәрбиәсе, 1 өлкән тәрбиәсе, 2 музыкаль етәксе, физкультура буйынса инспектор, логопед һәм психолог иҫәпләнә. Педагогик состав бик тәжрибәле, ғөмүмән, хеҙмәткәрҙәрҙең һәр береһе үҙ һөнәренең ысын оҫтаһы тип әйтергә мөмкин. Беҙ барыбыҙ бергә үҙ эшен мөкиббән башҡарған бер нисә быуынды берләштергән татыу ғаилә кеүек. Бинаның һәм биләмәнең таҙалығында, әлбиттә, тәрбиәсе ярҙамсыларының, хужалыҡ эштәре буйынса урын- баҫарҙың, ашнаҡсыларҙың, йыйыштырыусыларҙың, ҡарауылсыларҙың тырыш хеҙмәтен баһаларға кәрәк. Улар менән уңышҡа ирешеү һәм абруй яулау өсөн күп эшләргә, бихисап ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға тура килде. Ваҡыт үтеү менән күп нәмә үҙгәрҙе. Учреждение үҙенә генә хас эш алымдары менән байытылды, эш сифатын күтәреүҙең оҙон юлын үтте, балалар баҡсаһының матди-техник базаһы яҡшырҙы. Ҡыйынлыҡтар булһа ла, бергәләшеп кескәйҙәргә тулыһынса уңайлы шарттар булдырыу өсөн бар көсөбөҙҙө һалдыҡ. Бөгөн беҙҙә 6 төркөм эшләй, унда 180 бала иҫәпләнә.
2011 йылдан алып ярайһы уҡ ҙур эштәр ҙә башҡарылған – балалар баҡсаһы бинаһының ҡыйығы, сантехникаһы, электр үткәргестәре алыштырылған. Уҙған йылда «Аныҡ эштәр» программаһы һәм район хакимиәте ярҙамы менән бинаға 17 яңы тәҙрә ҡуйылған, шулай уҡ матди-техник база ла яңыртылған. Быйыл йәйгеһен ата-әсәләр ярҙамы менән ағас ҡойма профнастилға алыштырылған — оҫта ҡуллы атайҙар үҙҙәре эште тиҙ генә атҡарып та ҡуйған.
— Балалар баҡсаһында ата-әсәләрҙең ҡатнашлығынан башҡа эш алып барыу мөмкин түгел. Педагогтар һәм ата-әсәләр — уртаҡ мөһим һәм еңел булмаған эштә — балалар тәрбиәләүҙә партнер. Беҙҙең мөнәсәбәттәр бер-береңде хөрмәт итеү, изге теләктәр, хеҙмәттәшлек нигеҙендә ҡорола. Беҙ учреждение тормошонда әүҙем ҡатнашыусы атай-әсәйҙәргә, өләсәй һәм олатайҙарға рәхмәтлебеҙ. Улар беҙҙең менән бер тулҡында тибрәлә, был дөйөм эшебеҙ — балаларға уҡытыу-тәрбиә эшен алып барыу шарттарын уңайлыраҡ, сифатлыраҡ итеү өсөн икәнен яҡшы аңлайҙар, шуға ла һәр башланғыстарыбыҙҙы күтәреп сығырға ғына әҙер торалар, — тиҙәр педагогтар.
Коллективта бик талантлы тәрбиәселәр эшләгәнгә күрә, балаларға белем нигеҙҙәрен һалып ҡына ҡалмайҙар, төрлө ҡыҙыҡлы саралар уйлап табып уҙғаралар. Мәҫәлән, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре дүртенсе йыл рәттән «Экологик һуҡмаҡ» проекты буйынса эшләй. Проекттың төп маҡсаты —  тәбиғәт менән аралашыу аша баланың аңлы мөнәсәбәтен тәрбиәләү, интеллектуаль-танып белеү эшмәкәрлеген һәм ижади яҡтан фекерләүҙе үҫтереү, балаларҙың үҫемлектәр, бөжәктәр һәм тәбиғәт күренештәре, тирә-яҡ мөхит торошо тураһында белемен тәрәнәйтеү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Проект сиктәрендә балалар баҡсаһы биләмәһендә төрлө тәбиғәт объекттары аша үткән һуҡмаҡ булдырылған, унда кескәйҙәр ҡырағай һәм культуралы үҫемлектәр, дарыу үләндәре, сәскә түтәлдәре, альп тауы, төрлө ағас төрҙәре, баҡса үҫемлектәре тураһында мәғлүмәт ала, тағы ла ял итеү биләмәһе лә бар — бында кескәйҙәр ҡош-ҡорт тауыштарын тыңлап айырырға өйрәнә. 
Проект эшенә ата-әсәләр ҙә йәлеп ителгән, сөнки был эш ғаиләнән тыш, уның ярҙамынан һәм өлгөһөнән башҡа башҡарылырға тейеш түгел. Балаларҙың иғтибарын тәбиғәттә төрлө ваҡыт арауығында барған үҙгәрештәргә йәлеп итеп, уларҙы күргәндәренә һоҡланырға ғына түгел, ә тәбиғәттең ҡайһы бер күренештәрен күҙәтергә, аңларға, уның тураһында хәстәрлек күрергә өйрәтә. 
Тәрбиәселәр шәхсән дә, балалар менән дә бик күп төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа, хәҙер инде онлайн бәйгеләрҙә ҡатнаша. Фотоконкурс булһынмы, флешмоб, шиғырҙар бәйгеһе булһынмы, тәрбиәселәр балалар менән үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтә, призлы урындарға лайыҡ булалар. Ата-әсәләр менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырылған, улар ҙа был сараларға әүҙем ҡушыла. Һуңғы өс йыл эсендә генә ярайһы уҡ ҙур еңеүҙәргә өлгәшкән «Сулпылар» балалар баҡсаһы. «Башҡорт телен уҡытыу яҡшы ойошторолған иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы» төбәк-ара конкурсында, «Бөтә Рәсәй өлгөлө балалар баҡсаһы» смотр-конкурсы, «Өләсәйем әкиәттәре» республика онлайн-конкурсында еңеүсе булған. Тағы ла район кимәлендә үткәрелгән «Рәсәй халыҡтарының ғөрөф-ғәҙәттәре», «Үҙенсәлекле видеоҡотлау», «Әбйәлил тауышы», «Музыкаль мөйөш», «Ҡышҡы фантазия» бәйгеләрендә тәүге урында билдәләнгәндәр. «Иң яҡшы театр мөйөшө» конкурсында, волейбол буйынса спартакиадала икенсе урындарҙы яулаһалар, тәрбиәселәр араһында уҙғарылған ҡышҡы спартакиадала, спектаклдәрҙе театрлаштырыу бәйгеһендә өсөнсө урынды алғандар. Быйыл иһә уҡытыу-тәрбиә эшен оҫта ойошторғандары өсөн район хакимиәтенән Почет грамотаһы алып ҡыуанғандар.
Физкультура йүнәлеше буйынса «Беҙ Гагаринсылар» республика олим-пиадаһында Диана Истамғолова олимпиаданың локаль, муниципаль этаптарында еңеү яулай һәм республика этабына бара, һөҙөмтәләр буйынса ул тәүге ун ҡатнашыусы исемлегенә инә.
Бөгөн дә «Сулпылар» балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һәр ерҙә лә әүҙемлек күрһәтә. Күптән түгел ГТО нормативтарын тапшырыуҙа улар ихлас ҡатнашты. Урындан тороп оҙонлоҡҡа һикереү, ҡулға таянып кәүҙәне күтәреү, алға эйелеү, йүгереү буйынса нормаларҙың бөтә күнекмәләрен оҫта башҡарҙылар. Уларҙың тиҙлеге, һығылмалылығы, таҫыллығы тикшерелде.
— ГТО тапшырыу ойошҡанлы үтте, һәр кем тырышты. Коллективтың һәр кешеһе «Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух» икәнен яҡшы аңлай. Беҙҙең коллективтың девизы: «Һәр ата-әсәнең хыялы һәм беҙҙең маҡсатыбыҙ — аҡыллы һәм сәләмәт бала», шуға күрә лә кескәйҙәрҙе лә спортҡа ылыҡтырабыҙ, — ти физкультура буйынса инспектор Гөлшат Әминева. 
Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре заман менән бергә атлай, уҡый һәм һөнәри яҡтан үҫә, заманса программаларҙы һәм инновацион технологияларҙы ҡуллана.
Учреждениела тәрбиәләнеүселәрҙә ябай математика төшөнсәләре формалаштырыу, башҡорт телен өйрәнеү, балаларҙы мәктәпкә әҙерләү буйынса өҫтәмә эш алып барыла. Балалар баҡсаһының һәр хеҙмәткәре — артист, рәссам, ҡул эше оҫтаһы. Уларға намыҫ, инициатива һәм эскерһеҙ ҡыҙыҡһыныу кеүек сифаттар хас. Улар балаларға үҙҙәренең мөхәббәтен, иғтибарын бүләк итә, балалар баҡсаһындағы тормошто төрлөләндерә, кескәйҙәрҙең тормошон сағыуыраҡ, күңеллерәк һәм ҡыҙыҡлыраҡ итеү өсөн бар көсөн һала.
Гөлфиә ХӘСӘНОВА.

Читайте нас: