Ришат-осеменатор, килен һауынсы. Малсылар ҡара таңдан тороп сәғәт алтыла эш башлайҙар бит инде. Ришат ҡайҙалыр төнгә тиклем йөрөп ҡайтып, һуҡмыш хәлдә, киленде уятмай ғына инеп ятҡан. Иртәнсәк ниндәй хәлдә булғанда ла эшкә барырға кәрәк. Ришат йоҡлап ҡалмаҫ өсөн киленгә: “Гөлнур, мине сәғәт 6-ла уятырһың”,-тип ҡағыҙға яҙып һала ла, тәмле йоҡоға сума. Килен һауынға китергә тороп, теге яҙыуҙы өҫтәлдә күреп, былай тип яҙыу ҡалдырып, Ришатын “уятып” китә: “ Ришат, тор инде, сәғәт 6 тулды”.
Мөнирә Кирәева,
мәғариф ветераны